Бөтә яңылыҡтар

"Туғанлыҡ" фестивален көтәбеҙ!

Баш ҡалабыҙ киләһе "Туғанлыҡ" фестивален ҡабул итергә әҙерләнә. Быйыл ул һигеҙенсе тапҡыр, 16-23 майҙа үтә.

"Туғанлыҡ" фестивален көтәбеҙ!
"Туғанлыҡ" фестивален көтәбеҙ!

Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" милли театрҙар фестивале - берләшеү, изгелек, хеҙмәттәшлек өлгөһө ул. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан алыҫ 1991 йылда төрки телле театрҙар фестивале итеп булдырылғайны. Быйыл 16-23 майҙа үтәсәк VIII фестиваль беренсе тапҡыр "милли театрҙар" атамаһы менән үтә, йәғни уның форматы киңәйә.


Фестивалдә 14 спектакль ҡатнаша, уларҙың икәүһе - конкурстан тыш, уларҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Псков ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге драма театры күрһәтә. Һуңғыһы ижади форумға махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған.


Конкурс программаһында Татарстан, Төньяҡ Осетия - Аланиянан, Сыуашстандан, Ҡалмыҡстандан, Абхазиянан, Тыванан, Дағстандан, Мари Иленән һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан килгән коллективтар ҡуйған әҫәрҙәр ҡатнаша.


Фестиваль барышында Рәсәйҙең Милли драма театрынан (Александра театры) белем алыу программаһы ҡаралған. Киске актерлыҡ клубтары, Өфө буйлап сәйәхәт, күренекле театр әһелдәре менән осрашыуҙар ойоштороу ҙа планлаштырыла. Спектаклдәр БДАДТ, "Нур", Йәштәр театрҙары сәхнәһендә ҡуйыла. Киләһе "Туғанлыҡ"ты хужалар – данлы "башдрам"дар "Ҡыҙыл паша" спектакле менән асып ебәрә.


Почетлы ҡунаҡтар: Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, РФ-тың халыҡ артисы Владимир Машков; Александра театрының художество етәксеһе, Милли театрҙар ассоциацияһы етәксеһе, Рәсәй дәүләт премиялары лауреаты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерий Фокин; яҡташыбыҙ, Ырымбур драма театрының художество етәксеһе, профессор, Рәсәйҙең халыҡ артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия - Аланияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт, Рәсәйҙең дәүләт премиялары лауреаты Рифҡәт Исрафилов.


Театр һөйөүселәр өсөн тотош аҙнаға һуҙылған күңел байрамы илебеҙҙең башҡа региондары театрҙарының иң яҡшы спектаклдәре менән танышыу мөмкинлеге бирер. 

Һүрәттә: VI фестивалдән бер күренеш. БДАДТ архивынан.

"Туғанлыҡ" фестивален көтәбеҙ!
"Туғанлыҡ" фестивален көтәбеҙ!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: