Бөтә яңылыҡтар

Рамазан Өмөтбаевты ҙурлап

Музейҙа Хәтер кисәһе уҙҙы.

Рамазан Өмөтбаевты  ҙурлап
Рамазан Өмөтбаевты ҙурлап

Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Рамазан Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе үтте.

Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Азат Сәфиуллин сараны асып,  билдәле шәхестең осрашыуға килгән туғандары, яҡындары, фән эшмәкәрҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ унда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универитеты студенттары ла булды.

Рамазан Өмөтбаевтың улы, билдәле журналист Рауил ағайҙың атаһы тураһында иҫтәлектәр менән бүлешеүе сараны айырыуса байытты.  

- Был көндәрҙә Өфөлә һәм башҡа ҡала, райондарҙа атайыма арналған конференциялар, хәтер кисәләре үтә. Иртәгә Сибайҙа Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ла ҙур саралар көтөлә. Атайыбыҙҙы ҙурлауҙары, онотмауҙары беҙҙең ғаилә өсөн ҡыуаныслы. Әйткәндәй, уның исемен мәңгеләштереү буйынса ла хәстәрлек күрелә. Сибайҙағы башҡорт лицейы уның исемен йөрөтә, унда атайымдың музейы ла бар. Музейҙа атайымдың  шәхси әйберҙәре, фотолары, китаптары һаҡлана. Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа ул эшләгән, йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалабыҙҙағы бер урамға уның исемен биреү тураһында ла хәстәрлек күрелә, - тип һөйләне ул.

Рауил Рамазан улы менән һөйләшеүгә уның улы Шамил да ҡушылды.

- Олатайыбыҙ беҙҙең өсөн бөтә яҡлап та өлгө булды. Бик ихлас, үҙенең һүҙен үтәй торған төплө кеше ине. Уның менән әле лә ғорурланабыҙ, - тине Рамазан Өмөтбаевтың ейәне.

Билдәле шәхесте  яҡындан белгән кешеләр йыйылғанғамы әлеге осрашыу бик йылы килеп сыҡты. Һәр кем уның менән бәйле йылы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов иһә Өмөтбаевты дәүләт эшмәкәре, яҙыусы булараҡ сифаттарын асты, төрлө яҡлап һәләтле булыуын белдерҙе.

- Рамазан Өмөтбаев - олпат, аҡыллы, телгә бай булыуы менән һоҡланғыс кеше. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейға ошондай саралар ойошторғаны өсөн рәхмәт. Бигерәк тә йәштәрҙең килеүе уңышлы. Сөнки Өмөтбаев кеүек шәхестәрҙе артабанғы быуын белергә тейеш, - тине һәм яҙыусының теленең ни тиклем  бай булыуын дәлилләп,  әҫәренән өҙөк уҡып ишеттерҙе.

Рамазан Өмөтбаев менән бер осорҙа эшләгән, заманында яуаплы вазифалар биләгән Фәнис Исхаҡовтың осрашыуға килеүе лә сараны мәртәбәле итте. Уны ла йәштәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

- Тәүге тапҡыр Рамазан Өмөтбаев  тураһында “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә уға Ленин ордены бирелеүе тураһында уҡып белдем.  Ә  20 йылдан һуң уның менән танышырға тура килде. Ул минең өсөн уҡытыусым һымаҡ ине. Бик аҡыллы, рухлы кеше булды. Аҙ һөйләне, күпте белде, төплө булыуы менән хөрмәт уятты. Уның менән һәр ваҡыт кәңәшләшеп, аралашып йәшәнек, - тине үҙенең сығышында.

Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипованың да иҫтәлектәрен тыңлауы ҡыҙыҡлы булды. Күбеһенсә улар Рамазан Өмөтбаевтың ижадына арналды.

Ленин, "Почет Билдәһе", Бөйөк Ватан һуғышы ордендарына лайыҡ булған хөрмәтле шәхес, иҡтисад фәндәре кандидаты Рамазан  Өмөтбаев беҙҙең аранан китһә лә, халҡының күңелендә йәшәй.

Бөйөк шәхесте ҙурлаған саралар бының менән генә сикләнмәһен ине, тигән теләктәрен белдерҙе, хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар.

Автор фотолары.

 

Рамазан Өмөтбаевты  ҙурлап
Рамазан Өмөтбаевты  ҙурлап
Рамазан Өмөтбаевты ҙурлап
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: