Бөтә яңылыҡтар

Эй ҡашмауым, күңелемде паклайһың һин!

Ата-бабаларыбыҙ рухын һаҡлап беҙгә еткергән, башыбыҙҙы ғорур тоторға мәжбүр иткән милли кейемебеҙ һүҙ сәнғәте оҫталарының күңелен илһамландыра. Күренекле шағирәбеҙ Тамара ИСКӘНДӘРИӘнән байрамыбыҙға шиғри бүләк.  

Эй ҡашмауым, күңелемде паклайһың һин!
Эй ҡашмауым, күңелемде паклайһың һин!

ҠАШМАУ

Ҡатын-ҡыҙға биҙәнергә кем һуң ҡушмай?!
Башҡайыма кейәм әле затлы ҡашмау!
Ебәк епкә теҙгән һымаҡ сын мәрйенде,
Тапҡыр, зирәк һүҙ биҙәһен телмәремде.

Мәлен белеп, тәмен тойоп һөйләмәһәм,
Телкәйемә ҡайҙан ҡунһын моңло аһәң?
Сылтыраған сулпыларҙай сың-сың ғына,
Башҡорт ҡыҙы өндәшәлер тын-тын ғына.

Ҡашмауымдың арҡа тотҡан арҡалығы –
Ҡойроғонда сағылалыр бар ҡылығым!
Килен булып төшкән ерҙең мин олоно,
Шәжәрәнең башлай алһам ҙур, оҙонон.

Зат-ырыуҙың бәҫен һаҡлап, булмаҫ артыҡ
Ҡашмауымдың ҡойроғона теҙһәм аҡыҡ.
Фирүзә лә яҡут таштар, йә зөбәржәт
Ян-яғынан биҙәр уны, һай, булыр шәп!

Игәү менән тишеп ҡуям ҡортбаш төбөн,
Йыймаһын ул был донъяның ҡыйын-сүбен.
Үҙ-үҙенә ала ҡалһа ят ҡарашты,
Таҙартһын да яҡтыртһын ул бар тарафты.

Тарих һөйләр көмбәҙле лә тәңкәләре,
Ҡот, бәрәкәт бөркөп тора тамғалары.
Арҡамды төҙ тотамын да,
Атлайым мин,
Эй ҡашмауым, күңелемде паклайһың һин!

05.04.2019.

Шиғыр, фото: Т. Искәндәриәнең шәхси сәхифәһе.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: