Бөтә яңылыҡтар

Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала

Аҡса материалдарҙың йәки ҡорамалдарҙың ярты хаҡын ҡаплауға тотонолорға тейеш.

Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала

Бөгөн, Милли кейем көнөндә, республика етәксеһе Радий Хәбиров Милли музейҙа милли кейем һәм биҙәүестәр етештереүсе оҫталар менән осрашты. Сара барышында ул дәүләт наградалары ла тапшырҙы.

Осрашыу алдынан ул сигеү сәнғәте өлгөләренән күргәҙмәне ҡараны, ул музейҙың 160 йыллыҡ тарихы дауамында йыйылған. Өфө художество-сәнәғәт колледжы студенттарының эштәре менән дә танышты. Радий Хәбиров, әлбиттә, иң яҡшы милли кейем өлгөләрен дә ҡараны.

Осрашыу барышында республика Башлығы беҙҙә тормошҡа ашырылған халыҡ художество кәсептәренә ярҙам программаһын телгә алды, уға йыл һайын 10 миллион тирәһе аҡса бүленә. Был аҡса субсидияларға, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға китә.

Республика етәксеһе милли кейем, биҙәүестәр эшләүселәргә лә оҡшаш программа булдырыу мөмкинлеге хаҡында белдерҙе. "Программа өҫтөндә эшләй башланыҡ та инде. Аныҡ күләмдәге аҡса материалдарҙың йәки ҡорамалдарҙың ярты хаҡын ҡаплауға тотонолорға тейеш. Программаны быйыл эшләтеп ебәрербеҙ", - тине ул.
Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы оҫталарҙы башҡорт эшлекле кейемен үҫтереү өҫтөндә эшләргә саҡырҙы. Ул заманса булырға, шул уҡ ваҡытта боронғо кейем элементтарын да сағылдырһа, отошло булыр ине, тигән теләген еткерҙе ул.

Мәғлүмәт сығанағы, фото: glavarb.ru

Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Милли кейем оҫталарына ла дәүләт ярҙамы ҡарала
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: