Бөтә яңылыҡтар

"Рабиға" бик зауыҡлы

Бөгөн республикабыҙҙа – Милли кейем көнө

"Рабиға" бик зауыҡлы
"Рабиға" бик зауыҡлы

Милли кейемебеҙгә иғтибар, ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Хәҙер француз яулыҡты оҫта ғына итеп көндәлек кейем менән бәйләп, кесерәйтеп эшләнгән милли биҙәүестәрҙе эш кейеме өҫтөнән тағы йөрөгәнгә береһе лә ғәжәпләнеп баҡмай. Заманына яйлаштырып тегелгән милли күлдәктәребеҙҙе һатыуға сығарыусылар ҙа бихисап. 

Яңыраҡ "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре берекмәһе яңы кейем коллекцияһы сығарҙы. Уны республиканың Милли әҙәбиәт музейы Милли кейем көнөнә арнап үткәргән сарала күрергә яҙҙы. Заманса итеп тегелгән зауыҡлы башҡорт милли кейемен күрһәткән ҡыҙҙар шөғөлләнгән модель агентлығы етәкселәренең береһе Луиза Эшрокованан был өлгөләр тураһында ентеклерәк һөйләүен үтендек.

 – "Рабиға" коллекцияһы менән таныштырырға бик яратабыҙ. Уны беренсегә генә кейеп сыҡмайбыҙ, быға ҡәҙәр Үзбәкстанда, Санкт-Петербургта үткән сараларҙа ҡатнашырға форсат тейҙе, яңыраҡ "Мисс Республика-2024" конкурсында ла тәҡдим иттек.  Шундай матур, бай башҡорт халыҡ мәҙәниәтенең нәфис бер өлөшөн сағылдырған заманса кейемде күрһәтергә тап беҙҙе саҡырғандары өсөн "Ағиҙел"дәргә рәхмәт. 

Коллекция заманында билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активисы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Рабиға Ҡушаеваға арналған. Коллекциялағы биҙәүестәр 3D технологияһы ярҙамында эшләнгән, шуға ла улар еңел генә, – тип таныштырҙы ул.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының заманса алым ҡулланып, еңел һәм нәфис итеп тегелгән кейем өлгөләренә беҙҙең фотолар аша күҙ һалырға була. 

Рәүилә Ғатауллина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

"Рабиға" бик зауыҡлы
"Рабиға" бик зауыҡлы
"Рабиға" бик зауыҡлы
"Рабиға" бик зауыҡлы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: