Бөтә яңылыҡтар

Шаляпин исемендәге музей буласаҡ

Унда үҙенсәлекле экспонаттар ҙа һаҡлана.

Шаляпин исемендәге музей буласаҡ
Шаляпин исемендәге музей буласаҡ

20 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге буласаҡ музыка музейын ҡараны. Ул Свердлов урамында ағалы-энеле Соловьевтар йортонда урынлашасаҡ.

Бина менән танышыу ваҡытында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова музейҙың дүрт залының Шаляпин осорондағы (XIX быуат аҙағы) интерьерҙар менән биҙәләсәген белдерҙе. Айырым зал шәхестең  Өфөләге эшмәкәрлегенә арналасаҡ. Тамашасыларға Шаляпин сығыш яһаған донъя тетарҙары тураһында ла һөйләйәсәктәр. Ә донъя залы иһә сәхнә менән камера майҙансығы һымаҡ итеп эшләнәсәк. Унда рояль ҡуйыласаҡ һәм ҙур булмаған концерттар үтәсәк. Экспозицияның дөйөм майҙаны 146 квадрат  метр тәшкил итә.

 Федор Шаляпин исемендәге фонд вәкиле Филүс Ишбулатов күргәҙмәне биҙәү өсөн экспонаттар эҙләү буйынса ла ҙур эш башҡарылыуын билдәләне.

- Музей коллекцияһында 600-ҙән ашыу предмет иҫәпләнә. Уларҙы беҙ тотош ил буйлынса эҙләнек. Бик ҡиммәтле булған табыштар ҙа бар. Шаляпиндың классик сәхнәләге тәүге аҙымдары тураһында ул иҫән сағында яҙылған баҫма ла һаҡланған, - тине Филүс Ишбулатов. – Өфө, республика халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шаляпин музейы асыласағы тураһында ишетеп, улар бушлай үҙҙәрендә һаҡланған экспонаттарҙы килтерҙе. Айырым рәхмәтебеҙ беҙҙең башланғысты хуплаған өсөн  республика Башлығына.

Йортто реконструкциялаған ваҡытта төҙөүселәр уның тарихи интерьерын һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Музейға ингән урында эскәмйә һәм Шаляпиндың һыны урынлашасаҡ.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙмаһы менән уртаҡлашты:

- Өфөләге Свердлов урамындағы буласаҡ Шаляпин исемендәге музейҙы ҡараныҡ. Беҙ уны бер йылға яҡын проектланыҡ. Әлеге көндә эштәр бик әүҙем бара. Уны 24 майҙа асырға ниәтләйбеҙ. Шул уҡ көндә беҙ ҡайтарылған исемдәр музейы нигеҙенә лә тәүге ташты һаласаҡбыҙ. Беҙҙә тотош музей кварталы барлыҡҡа киләсәк. Эргәлә генә Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы. Саҡ ҡына йыраҡтараҡ Нестеров исемендәге художество музейы, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы. Был биләмәне артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: