Бөтә яңылыҡтар

Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?

“Заһиҙә” бейеүенең тарихы ниндәй серҙәр һаҡлай? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар - "Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина" күргәҙмәһендә. 

Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?

19 апрель Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина”* тип аталған уникаль күргәҙмә асылды.

Шведтар уны “Урал ынйыһы”, француздар “Мадам Грация”, үҙебеҙҙекеләр “Башҡорт бейеүе алиһәһе”, “Башҡорт мәҙәниәтенең феномены” тип данлай.

Хореографик белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы нисек сит ил залдарын хайран итә алған? Билдәле “Заһиҙә” бейеүенең тарихы ниндәй серҙәр һаҡлай? Нисек мәңге йәш булып ҡалырға? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар - "Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина" күргәҙмәһендә.

Шулай уҡ экспозицияла легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның шәхси биҙәүестәрен, сәхнә кейемдәрен күрергә, талантлы ғаилә династияһы менән танышырға мөмкин.

Ҡунаҡтарҙы Рәшиҙә Туйсина үҙе һәм уның тәрбиәләнеүселәре Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадирова һәм Зәйнетдин сәләмләй. Күргәҙмә барышында экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.

“Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина” күргәҙмәһе ағымдағы йылдың 12 майына тиклем эшләйәсәк.

Рәшиҙә Туйсина — РСФСР -ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге һәм Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, Софияла IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙалға лайыҡ булған, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Мәшһүр бейеүсе Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған.

Фото: БР милли музейы.

Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Нисек мәңге йәш булып ҡалырға?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: