Бөтә яңылыҡтар

“Башдрам” тағы Венгрияға юлланды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Будапештҡа юлланды.

“Башдрам” тағы Венгрияға юлланды
“Башдрам” тағы Венгрияға юлланды

18 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Будапештҡа юлланды. Коллектив йылдың төп театраль ваҡиғаларының береһе  - 11-се MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. Будапешт ҡалаһына билдәле театр коллективтары йыйыла.

Фестиваль 28 апрелгә тиклем дауам итә. “Башдрам”дар бөгөн, 22 апрелдә, режиссер Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйған “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә ҡуя. Спектаклдең ижади төркөмө: режиссеры – Айрат Абушахманов, инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов һәм Шәүрә Ғилманова, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Илшат Яхин, пластика буйынса режиссерҙары – Ринат Абушахманов һәм Сулпан Асҡарова, рәссам-яҡтыртыусыһы – Илшат Саяхов, хормейстеры – Алһыу Хәсбиуллина, халыҡ йолалары буйынса консультанты – Асия Ғәйнуллина.

“Ҡара йөҙҙәр” спектакле тураһында белешмә.

✅ Әҫәр Башҡортостан Республикаһы Башлығының иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеү грантына ҡуйылды, 2014 йыл.

✅ “Алтын битлек”  Бөтә Рәсәй милли театр премия-фестиваленең “Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡшы режиссер эше” (Айрат Абушахманов), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле! (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” (Альберт Нестеров) номинациялары номинанты.

✅ “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында “Алтын битлек” яулаусы (Альберт Нестеров).

Фото, видеоматериалдар: БДАДТ.

“Башдрам” тағы Венгрияға юлланды
“Башдрам” тағы Венгрияға юлланды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: