Бөтә яңылыҡтар

Минең дә улым бар...

"Эйе, улы бар ине, тик күптән әсәһенә килгәне юҡ. Шунда ҡайҙалыр асарбаҡ булып йөрөй, тиҙәр. Күпме йәшәйем, уны бер ҙә күргәнем юҡ. Әсәһе, үҙен йыуатыр өсөн, әллә ниндәй тарих уйлап сығарып һөйләгән була инде. Бәлки, улы күптән был донъяла юҡтыр ҙа..." Шулай бер-ике ауыҙ һүҙ менән Ғәлимә апайҙың яҙмышын теҙеп һалды күрше ҡатын.

Минең дә улым бар...
Минең дә улым бар...

Яңы өйгә күсеп сыҡҡас, ишек алдында йөрөгән оло йәштәге ҡатынды йыш күрә башланым. Ул ҡулдарын артына ҡуйып, таныштарын эҙләгәндәй ян-яғына ҡарай-ҡарай, ашыҡмай ғына бер нисә тапҡыр өйҙө урап сыға, шунан балалар майҙансығындағы эскәмйәгә ултырып тирә-яҡты күҙәтә. Унда бала-саға бар икән, мотлаҡ уларға һүҙ ҡуша, үтеп барған өлкәндәргә лә иғтибарлап ҡарап ҡала.

Һәм көн дә шулай ҡабатлана. Күренеп тора: аралашырға кеше эҙләй. Тимәк, өйөндә толҡа тапмай, яңғыҙлыҡтан арып кешеләр араһына килеп сығалыр инәй. Уны күргән һайын һәр саҡ күңел түрендә генә торған ике йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ғәзиз әсәйемдең яҡты йөҙө күҙ алдыма баҫа. Олоғая төшкәс, уның яңғыҙын йөрөтмәнек беҙ, һәр саҡ янында берәй балаһы булыр ине. Биш ҡыҙының, ике улының хәстәрлегендә һәм өҙлөкһөҙ иғтибарында бәхетле йәшәгәндер тим - түҙгеһеҙ юҡһыныу тойғоһон ҡәҙерлебеҙгә күрһәтелгән шул изгелекле мөнәсәбәт әҙ булһа ла баҫҡандай...

Бер көн эштән ҡайтышлай шул инәй ҡапма-ҡаршы тап булды. Һәр ваҡыттағыса, ул миңә төбәлеп атлай ине. Бындай ҡарашты күрмәмеш булып үтеп китә алманым. Туҡтаным. Инәй ҙә өмөтлө күҙҙәрен минән алмай, башын һоноп текләп ҡатты. "Һаумыһығыҙ!" "Эштән киләһеңме?" "Эйе". Яҡын таныш булмаған кеше менән нимә тип һөйләшергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Ә әбей шунда уҡ (көн дә күрешеп йөрөгән танышы тиерһең) ҡулдарын болғай-болғай балаларға күрһәтеп хәбәрен һөйләй ҙә башланы. "Бынауыларҙы ҡарап торам: эй тиктормаҫтар, шаяндар бит әле ул..." Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, көскә инәйҙән үҙенең балалары барлығын-юҡлығын һорарға ҡыйҙым. Ул тертләп киткәндәй булды ла: "Бар минең дә бер бөртөк ҡәҙерләп үҫтергән улым, - тине. - Ул ҙур кеше, Мәскәүҙә юғары урында эшләй. Эше бигерәк яуаплылыр инде, килеү түгел, һөйләшергә лә ваҡыты юҡ..." "Ә ғаиләһе бармы?" "Эйе. Килен дә бушамай шул. Үҙемде яндарына алабыҙ тиҙәр ҙә ул. Минең өйрәнгән ерҙән һис киткем килмәй".

Ул беҙҙең яңы күп ҡатлы йорттарға терәлеп тигәндәй тороп ҡалған шәхси өйҙәрҙең береһендә йәшәй булып сыҡты. "Яңғыҙыма күңелһеҙ шул, һөйләшеп ултырырлыҡ күршеләр ҙә ҡалманы: кемеһелер яңы йорттан фатир алып күсеп китте, кемеһелер ер ҡуйынына тигәндәй. Был тирәлә мине белгән кеше әҙ ҡалды", тип көрһөндө әбей. Шулай танышып киттек үҙен Галина тип йөрөткән Ғәлимә апай менән.

Ә бер ял көнө ул ишек алдында күренмәне. Сирләп киттеме икән тип, күстәнәстәр алдым да ҡасандыр мөһабәт булған, хәҙер бер яҡҡа ауыша башлаған ағас йортҡа киттем. Ишекте оҙаҡ ҡына шаҡырға тура килде. Ысынлап та, ауырып киткән икән Ғәлимә апай, саҡ килеп асты ла кире карауатына ауҙы. Өй тыштан шыҡһыҙ булһа ла, эстә яҡты, йыйыштырыулы. Артыҡ бер нәмә юҡ. Стена буйында карауат, боронғо шкаф, өҫтәл. Шкаф эсендә - рамға ҡуйылған өс фото. Береһендә - бәләкәй малай, икенсеһендә - әсә менән үҫмер бала, өсөнсөһөндә - ир менән ҡатындың туй фотоһы. "Улым..." тине әбей шым ғына. "Аңланым" тигәнде белдереп башымды ғына һелктем дә: "Ашығыс ярҙам" саҡыртайыҡ!" - тинем. "Юҡ. Ятып торһам, үтер ул. Башым әйләнеп тора", - тине. Ҡан баҫымы ныҡ күтәрелгәйне. Дарыуын табып ҡаптырып, бер аҙҙан сәй ҡуйып эсереп, хәле еңеләйгәндәй булғас, ҡайтып киттем. Икенсе көндә лә хәлһеҙерәк ине ул. "Улығыҙға шылтыраттығыҙмы?" тигән һорауға "Мин телефонды юғалттым бит", тип яуапланы Ғәлимә апай. "Әйҙәгеҙ, минекенән һөйләшәйек, номерын әйтегеҙ". "Номерын да юғалттым, иҫләмәйем..." Аптырауға ҡалдым: хәҙер оло кеше ныҡлап ауырып китһә, балаһына нисек хәбәр итергә була икән һуң?

Ял көндәре үтеп, эш аҙнаһы башланып, яңы танышым икенсе планға күсеп, онотолоп торҙо, тик барыбер аңғара йөрөнөм: урамда күренмәй. Ярай, бушағанда инеп сығырмын, тип йөрөп, ваҡыт үтә торҙо. Шәмбе еткәс, тағы киттем. Был юлы өй ишеген асыусы булманы. Аптырап торғанымда, ҡайҙандыр күршеһе килеп сыҡты. "Уны дауаханаға алып киттеләр", тине. "Ә улына хәбәр итә алдымы икән һуң?" Ҡатын текләп торҙо ла: "Ә ниндәй мәғәнә булыр ине икән?" - тип мине аптырауға һалды. "Эйе, улы бар ине, тик күптән әсәһенә килгәне юҡ. Шунда ҡайҙалыр асарбаҡ булып йөрөй, тиҙәр. Күпме йәшәйем, уны бер ҙә күргәнем юҡ. Әсәһе, үҙен йыуатыр өсөн, әллә ниндәй тарих уйлап сығарып һөйләгән була инде. Бәлки, улы күптән был донъяла юҡтыр ҙа..." Шулай бер-ике ауыҙ һүҙ менән Ғәлимә апайҙың яҙмышын теҙеп һалды күрше ҡатын.

...Ғәлимә-Галина апайға башҡаса өйөнә ҡайтырға яҙманы: дауаханала йән биргән, унан алыусы булмағас, шунан уҡ мәңгелек йортона оҙатҡандар. Унда инде йола үтәп, шартына килтерәйек тип тормағандарҙыр.

Ә минең... тормошта терәкһеҙ, япа-яңғыҙ ҡалған оло кешегә бер нисек тә ярҙам ҡулы һуҙа алмауым ҙур үкенес булып йөрәгемде һыҙа.

Фото: Stihi.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: