Бөтә яңылыҡтар

Мәрхүм олатаһы алмалар һоноп төшөнә инде

Әллә теге донъя менән бәйләнеш бармы икән?

Мәрхүм олатаһы алмалар һоноп төшөнә инде
Мәрхүм олатаһы алмалар һоноп төшөнә инде

Ғәҙилә күп балалы тырыш ғаиләлә үҫте. Ябай һөнәр кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, атай-әсәһе үҙҙәренең  уңғанлығы  менән донъя көттө, ауылда ҙур итеп йорт һалдылар, баҡсаһын да гөрләтеп үҫтерҙеләр, мал-тыуар ҙа тоттолар.

Ғәҙилә үҫкәндә магазинда әйбергә, аҙыҡ-түлеккә  ҡытлыҡ заман  ине. Шулай ҙа бирешмәнеләр. Йәй етһә, балалар баҡсалағы йәшелсә-емеш менән кинәнде. Ләкин яңы өйҙәренә яңы күскән ваҡытта алмалары юҡ ине әле. Атаһы ике баҡсаға ла алмағас үҫентеләрен ултыртып сыҡты, ләкин емеш бирә башламағайнылар.

Ғәҙилә алма бешә башлау менән күрше урамда ғына йәшәгән олатаһына йүгерә. Атаһының тыуып -үҫкән йорто ла ул. Олатаһы баҡса үҫтерергә яратҡас, алмағастарының ниндәй генә сорттары юҡ, эреләре лә, вағы ла, иртә һәм һуң өлгөрә торғандары. Өлгөрөү менән улар ергә күпләп ҡойола башлай. Шулай ҙа бөтә алмағастар араһында  эре ҡып-ҡыҙыл булып бешкән алмалы алмағасты ярата ҡыҙ.

Бер саҡ туғандары алма таптырғас,  Ғәҙилә олаталарына барырға булды.  Һеңлеһе яңыраҡ алып ҡайтҡайны ла,ләкин  күмәк балаға икешәрҙәр эләкте лә бөттө лә ҡуйҙы шул.

Ғәҙилә яратҡан эре алмағас юл ыңғайында, ҡойма буйында ғына ултыра. Ана, әллә күпмеһе ергә ҡойолоп та өлгөргән. Олатайҙары ағастан түгел,  ергә төшкәндәрен генә алырға ҡуша. Ғәҙилә шатлана –шатлана алма баҡсаһына инеп китте.

Ике генә алманы ҡулына алып өлгөрҙө. Ҡаты тауышҡа тертләп китте.

–Кисә генә һеңлең алып ҡайтып китте бит алма. Шул арала ашап бөттөгөҙмө ни? –тип ярһып ҡысҡырҙы олатаһы.

Ғәҙиләнең ҡулынан алмалары ергә тәгәрәне. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй күңеле рәнйеп өйөнә йүгереп ҡайтып китте.

Шул ваҡиғанан һуң олатаһынан алма һорағаны булманы. Ә бер -ике йылдан үҙҙәренең баҡсаһында ла бер-бер артлы алмағастар уңыш бирә башланы.

Ул ваҡиғаға егерме йыллап ваҡыт үткәндер. Ул саҡта ете йәштәр самаһындағы Ғәҙиләнең дә хәҙер үҙенең ғаиләһе, балалары бар. Олатаһы ла яҡты донъяларҙа юҡ инде. Ләкин  бала саҡтағы был ваҡиға күңеленә мәңгелеккә ауыр итеп уйылып ҡалды. 

Ә яңыраҡ  мәрхүм олатаһы төшөнә килеп керҙе. Ҡулына күп итеп эре алмалар тотҡан да Ғәҙиләгә һона:

–Балам, мә , һиңә был алмалар!- ти ул йылы ҡарап.

Ғәҙиләнең күңеленә рәхәт булып уянып китте. Олатаһы өндә алма биргән һымаҡ ине хатта. Бала саҡтағы үпкә, рәнйеү ҙә үҙенән -үҙе таралып юҡҡа сыҡты.

Көндөҙ мәсеткә инеп олатаһы рухына доға уҡытып хәйер ҙә биргәс, йөрәге тағы ла нығыраҡ тынысланып күңеле урынына ултырҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: