Бөтә яңылыҡтар

Радик Юлъяҡшин Олег Газманов менән йыр яҙҙырған

Фараз дөрөҫкә сыҡты.

Радик Юлъяҡшин Олег Газманов менән йыр яҙҙырған
Радик Юлъяҡшин Олег Газманов менән йыр яҙҙырған

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән дуэтта йырланы. Ошо көндәрҙә яңы йыр һәм клип барлыҡ музыкаль майҙансыҡтарға сыҡты.

Улар Урал Рәшитовтың музыкаһына һәм һүҙҙәренә “Стакандағы йондоҙҙар” тигән берлектәге патриотик йыр яҙҙырған.

“Был – Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ билдәһе, күңелебеҙҙәге мөхәббәт һәм ватансылыҡ осҡоно”, – тине Элвин Грей социаль селтәрҙәге йыры менән таныштырғанда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә Элвин Грей Олег Газманов менән бергә төшкән фотоһын ҡуйып фанаттарын ҡыҙыҡһындырғайны. Шул саҡта уҡ күптәр, улар бергә йыр яҙҙыралыр, тип фараз иткәйне.

Фото: Р. Юлъяҡшиндың сәхифәһенән.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: