Бөтә яңылыҡтар

“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән

 Артабан  - “Һағыныу йыры”, “Һиңә килдем, иркәм”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”... Уның авторы ни бары 52 йәшендә генә мәңгелеккә күсә. 

“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән

“Йырҙарым һеҙгә ҡала...” Ысынлап та, халҡыбыҙға Ғилман Иҙрисовтан йырҙар ҡалды. Әйткәндәй, йыр яҙыусылар күптәр ул, бигерәк тә бөгөнгө көндә, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек, нимәлер яҙырға, көйҙәрен интернет аша эшкәртеп, ниндәйҙер һүҙҙәр теҙмәһе уйлап сығарырға әүәҫләнеп китте. Әммә, ысын йырҙар, үлемһеҙ йырҙар яҙыусылар һирәк, улар башлыса оло быуын, дөрөҫ тәрбиә алған, яҙмыштары халҡының шатлыҡ-ҡыуанысы, аһ-зары, асылы, изге ҡиммәттәре менән һуғарылған ижади быуын.

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә, шағир, йырсы, бихисап йырҙар яҙып алтын фондҡа ҡалдырған Ғилман Иҙрисовтың ижадына арналған концерт булып уҙҙы. Тамашасы тулы залды шәхестең ижадташ дуҫтары һәм уның үлемһеҙ йырҙарына яңы һулыш өрөүсе йәш таланттар биҙәне.

Ғилман Иҙрисов күп кенә йырҙарын композитор Венер Мөхәмәҙиев менән ижад иткән. Тамаша барышында иһә Себер тарафтарында йәшәгән ижадташ дуҫы, онлайн экран аша Ғилман Иҙрисов тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

– Беҙ иртәнге рәттә Ғилман ағай менән көнлөк эштәрҙе планлаштырып ултыра инек. Кабинетҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Гәрәев килеп инде лә, хәлдәрҙе һорашҡандан һуң, шаяртып, егеттәр, бөгөн кис концерт була, шунда йырларға тыуған яҡ тураһында йыр кәрәк ине, мин концертҡа тиклем ял итеп алам, йыр әҙер булһа шылтыратып әйтерһегеҙ, тине лә сығып та китте. Әммә, ысынлап та, уйынлы-ысынлы әйтелһә лә, был йырҙы беҙ яҙҙыҡ, һәм кискелек концертта уны Филүс Гәрәев йырланы.

“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килде. Ғилман ағай менән йырҙарҙы яҙыу шул тиклем еңел ине. Бөгөнгө көндә был йыр ваҡыт һынауын үтеп, мәңгелек йырҙар рәтенә ингән, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Ғөмүмән, Ғилман ағайҙың йырҙарында башҡа кешелә булмаған һүҙ байлығын, тәбиғәткә мөхәббәтте, йөрәктәге булған һирәк хистәрҙе тыңлаусыға еткереү уның ижадында изге бер сер булып ҡала торғандыр, тип уйлайым, – тип “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йырының килеп сығыу тарихын да бәйән итте ул. Ә бөгөн был йырҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың йырлауын яратып тыңлай халыҡ.

Ғилман Уйылдан улының атаһын юғалтыу ҡайғыһын моң менән баҫырға тырышып, гармунда уйнарға өйрәнеүе, атаһын яратыу һағышын сәнғәт кимәленә күтәреп күрһәтеүе ваҡытында бик дөрөҫ булған, күрәһең. “Һағыныу йыры”, “Һиңә килдем, иркәм”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит” кеүек матур йырҙар яҙыла бынан һуң.

Ғилман Иҙрисов 1969 йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Унда ул буласаҡ кәләше Рәйсәне осрата һәм бер нисә йылдан өйләнешәләр. Өфө сәнғәт институтын ҡыҙыл димломға тамамлаған йәш белгесте тыуған яғы Ейәнсураға эшкә саҡыралар. Ул унда район мәҙәниәт бүлеген етәкләй һәм илһамланып ижад итә.

Һикһәненсе йылдар аҙағында баш ҡалаға күсеп килгәс, ул Башҡортостан телевидениеһында эш башлай. Бар ғүмерен сәнғәт донъяһына, халҡының мәҙәни мираҫын байытыуға арнаған йырсы-шағирҙың йырҙары яҙылғас та бик популяр булып китә. Һәм уны бөгөнгө көндә лә яратып тыңлайҙар һәм башҡаралар.

Эшенә лә, ижадына ла, ғаиләһенә лә берҙәй ҡараш бүлеп өлгөргән, янып йәшәгән ижадсы ҡатыны менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы Ләйсән Ноғоманова:

 – Атайым тыйнаҡ, ипле, инсафлы, һиҙгер кеше ине. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уңышлы атҡара алды. 8 Март ҡасабаһында йорт һалып сыҡтыҡ. Баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерҙек. Ул беҙҙе үҙаллы булырға өйрәтте. Улдарын ысын ир итеп тәрбиәләргә тырышты. Журналистиканы яратты. Шуға беҙ ҙә ижад кешеләре булып киттек. Үтә моңло булды атайым. Хистәрен күрһәтеп барманы. Эс серҙәре менән уртаҡлашманы. Ә ҡайһы шағирҙың тойғолары ярһыу булмай һуң? Хистәре ташып тормаһа, атайым күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә алыр инеме икән? – тип атаһы тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Үкенескә күрә, йондоҙ атылып һүнгән кеүек кенә була шәхестең ғүмере, ул ни бары 52 йәшендә генә мәңгелеккә күсә. Әммә, халыҡ һөйөүен яулаған шәхескә, ысынлап та, халҡының һөйөүе мәңгелек. Уның был яҡты донъяға йырҙары ҡалған икән, ул йырҙары менән үлемһеҙ. Баш ҡалабыҙҙың филармония залындағы шығырым тулы халыҡ та быға инанды һәм концертты ойоштороп, йырсы-шағирҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙары өсөн, тамашаның ойоштороусыһы “Юлдаш” радиоһына рәхмәтле булып таралаштылар.

Фотолар: “Юлдаш” радиоһының мәғлүмәт бүлегенән.

“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
“Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа” йыры бына шулай барлыҡҡа килгән
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: