Бөтә яңылыҡтар

Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә

“Милләт көсө” һеҙҙе көтә - килегеҙ!

Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә

Милли кейем көнөндә Башҡортостан Милли музейында Людмила Камневаның “Милләт көсө” фотокүргәҙмәһе асылды.

Тантанала йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре, студенттар, уҡыусылар, журналистар ҡатнашты.

Башҡортостандың Милли музейы исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы директор урынбаҫары Галина Княгинина сәләмләне. Ул бөтәһен дә күргәҙмә асылыуы, Милли кейем көнө менән ҡотланы һәм был байрамдың әһәмиәтен билдәләне.

 – Людмила Каменеваның күргәҙмәлә тәҡдим ителгән сағыу, йәмле репортаж фотолары төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын, тарихын һәм мәҙәниәтен күберәк белергә мөмкинлек бирә, – тип белдерҙе Галина Владимировна.

Экспозицияла республикабыҙҙың бөтә этномәҙәни төрлөлөгө – фестиваль проекттары, байрам йолалары, кәсептәре, һөнәрҙәре, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре күрһәтелгән. Милли традицияларҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнгән, төбәктең мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан төп геройҙар – Башҡортостандың күп милләтле халҡы.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Анатолий Фадеев фотограф Людмила Камневаның эштәренә һоҡланыуын белдерҙе. Улар - фотоһүрәттәргә яңы ҡараш өлгөһө. Людмила Камнева үҙенең һөнәри оҫталығы менән кадрҙы шул тиклем уңышлы һайлай, хатта ул артабан эшкәртеүҙе лә талап итмәй. Төшөрөү мәлендә эмоцияларҙы тоя, атмосфераны билдәле бер мәлдә тота, был уның фотоларын юғары кимәлле итә.

“Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Тәбиғәт” республика фотоижад конкурсының II дәрәжә лауреаты Людмила Камневаның фотолары һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә.

Фотокүргәҙмә киң аудиторияға – йәштәргә һәм өлкәндәргә, фотоға төшөрөү өлкәһендә һәүәҫкәрҙәргә, профессионалдарға, заманса сәнғәтте баһалаусыларға, этнограф-белгестәргә, шулай уҡ традицион халыҡ мәҙәниәтен яратыусыларға ҡыҙыҡлы буласаҡ. Фотогалерея 19 майға тиклем Башҡортостандың Милли музейында ҡуйыласаҡ һәм уны өфөләр, республика ҡунаҡтары күрәсәк.

Фото: Башҡортостандың Милли музейы.

Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, йылмайырға мәжбүр итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: