Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Башҡортостандың дәүләт симфоник оркестры  республиканан  Санкт-Петербургтағы данлыҡлы Мариинкала сығыш яһаған тәүге музыканттар булды.

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк
Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Башҡортостандың дәүләт симфоник оркестры  республиканан  Санкт-Петербургтағы данлыҡлы Мариинкала сығыш яһаған тәүге музыканттар булды.

Республика етәксеһе  Радий Хәбиров коллективтың триумфаль сығышы хаҡында социаль селтәрҙә, шәхси сәхифәһендә бәйән итте һәм саҡырыу өсөн театрҙың генераль директоры һәм художество етәксеһе Валерий Абисалович Гергиевҡа рәхмәт еткерҙе.

“Беҙҙең дәүләт симфоник оркестры Мәскәү консерваторияһының ҙур залында һәм Санкт-Петербургтағы Мариинка театрының Концерт залында триумф менән сығыш яһаны. Музыканттар сәхнәгә республикабыҙҙың дуҫы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән сыҡты. Артистарға ҙур һәләт һәм профессионализм өсөн рәхмәт, шуның арҡаһында беҙҙең симфоник оркестр республиканың визит карточкаһы булып тора”, - тип билдәләгән Радий Фәрит улы шәхси сәхифәһендә.

Башҡортостандың  Мария (Мариинский) театры менән ижади хеҙмәттәшлеге дауам итәсәк: 8 майҙа Валерий Абисалович Гергиев Өфөлә үҙенең билдәле «Пасха фестивале»н тәҡдим итәсәк. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын концертҡа саҡырабыҙ!

Фото: www.kino-teatr.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: