Бөтә яңылыҡтар

Ләйсән НИЗАМЕТДИНОВА: “Кемдең ҡыҙы икәнлегемде белеп үҫтем”

Бер ваҡыт атайым тыуған ауылына концерт менән ҡайта. Антракт ваҡытында әсәйем уның янына йүгереп инә лә, үҙен таныта, унан ансамбле өсөн костюмдар алып биреүҙә ярҙам һорай...

Ләйсән НИЗАМЕТДИНОВА: “Кемдең ҡыҙы икәнлегемде белеп үҫтем”
Ләйсән НИЗАМЕТДИНОВА: “Кемдең ҡыҙы икәнлегемде белеп үҫтем”

Салауат Низаметдиновтың йырҙарын тыңламай үҫкән балалар бармы икән республикабыҙҙа? Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан беҙ бөйөк композиторҙың ҡыҙы Ләйсән менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ләйсән Низаметдиноваға ни бары 20 генә йәш булһа ла, ул танылған хореограф һәм бейеүсе. Ҡыҙ беҙгә эшмәкәрлеге, атаһы тураһында хәтирәләре, әсәһе менән бергә балалар уҡытыуы тураһында һөйләне.

– Һинең тормошоңа бейеү ҡасан килеп инде?

– Бейеү менән дүрт йәштән шөғөлләнә башланым. Беренсе уҡытыусым – әлбиттә, әсәйем булды. Бейеү донъяһында уның исеме күптәргә яҡшы таныш. Рәзидә Хәлидәр ҡыҙы Өфө ҡалаһы 21-се лицейының өҫтәмә белем биреү педагогы “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе. Шул йәштән үк халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә башланым. Һуңғараҡ алты йыл билдәле “Тодос”та шөғөлләндем. Хатта Мәскәүгә китергә, улар менән ҡалалар буйлап гастролгә йөрөргә тигән уйҙарым да булғайны, тик тыуған Өфө үҙендә тотоп ҡалды. Шулай уҡ ике йыл балетҡа йөрөнөм, эстрада бейеүҙәрен үҙләштерҙем. Әле иһә бейеүҙең заманса төрҙәре менән шөғөлләнәм. Ҡыҫҡаһы, миңә бөтә йүнәлештәр ҙә таныш.

– Белеүемсә, һин был һөнәрҙе профессиональ кимәлдә алаһың?

– Эйе, мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына музыка һәм хореография белеме кафедраһына уҡырға индем һәм әлеге ваҡытта икенсе курста уҡып йөрөйөм. Бөгөнгө көндә Studio 13 тип аталған шәхси бейеү мәктәбендә уҡытам. Шулай уҡ университетта “Хәрәкәт” тип аталған студенттар берекмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар труппаһы хореографымын. Ә дөйөм алғанда, бейеүҙәр ҡуйыу менән 16 йәштән шөғөлләнәм. Шул уҡ ваҡытта үҙем дә бейергә тырышам.

– Ниндәй уңыштарға өлгәштең?

– Беҙҙең студент тормошо хәтәр әүҙем. Бер генә лә тик ултыра алмайбыҙ. Һәр ваҡыт яңынан-яңы бейеүҙәр уйлап табып, ҡала, республика һәм хатта ил кимәлендә бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ. Әле күптән түгел, апрель башында Мәскәүҙә булып ҡайттыҡ. Унда кафедрабыҙҙан ике бейеү алып барҙыҡ: һинд бейеүенә стилизация һәм “Хәрәкәт ит” номеры. Тәүге номерыбыҙ – беренсе, икенсеһе икенсе урын яуланы. Төркөмөбөҙгә баш ҡалала Кремль һарайында илебеҙҙең билдәле йондоҙҙары менән бергә сығыш яһау бәхете йылмайҙы. Бынан тыш беҙҙең бейеүҙәр республика кимәлендәге ҙур сараларҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай. Studio 13-тә лә эштәр һәйбәт бара. Күптән түгел балалар менән беренсе тапҡыр Ҡазанға барып ҡайттыҡ, үҙебеҙ тураһында белдерҙек.

– Һиңә әле 20 генә йәш. Бәләкәй балалар менән эшләүе ауыр түгелме?

– Үрҙә телгә алыуымса, мин 16 йәштән эшләйем. Ә тәүге бейеүемде 13-14 йәштә үк ҡуйғайным. Әлбиттә, ныҡ шәп килеп сыҡты тип әйтә алмайым, әммә шул саҡтан уҡ тәжрибә туплай башланым. Минең студияға биш йәштән алып балалар йөрөй. Бында беҙ хип-хоп, контемпорари, вог, вакинг кеүек бейеүҙең заманса йүнәлештәрен өйрәнәбеҙ. Балаларға оҡшай, яратып йөрөйҙәр. Дөрөҫөн әйткәндә, элегерәк мин балаларҙы бик яратмай инем, улар менән эшләй алмаҫмын тип уйлай инем. Сөнки биш-ете йәшлектәр менән идара итеүе, тыңлатыуы еңел түгел кеүек ине. Тик, эшеңде яратып башҡарһаң, һәр балаға шәхсән ҡараш тапһаң, барыһы ла килеп сыға икән. Хәҙер балалар мине, мин уларҙы яратам. Был эштең минеке икәнлеген аңланым.

– Һин халыҡ бейеүҙәренән башланыш тиһең, үҙең әле заманса стилде һайлағанһың. Тимәк халыҡ бейеүҙәрен заманса йүнәлештәр ҡыҫырыҡлай?

– Һис тә улай тип әйткем килмәй. Иң беренсе өйрәнгән йүнәлешем халыҡ бейеүҙәре ине. Бер килке Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә шөғөлләндем. Шуға күрә был йүнәлеште мин бик яратам, һоҡланам, мөмкинлек сығыу менән бейергә һәм ҡуйырға тырышам. Айырыуса, башҡорт халыҡ бейеүҙәренә ғашиҡмын. Бына ҡайҙа ул грация, һомғоллоҡ, ғорурлыҡ! Был бейеүҙәрҙе башҡарыу яуаплылыҡ та – һин бит үҙеңдең халҡыңды, республикаңды, уның тарихын, бай мәҙәниәтен күрһәтәһең. Был, моғайын, ҡанда барҙыр. Әгәр һин ҡасан да булһа халыҡ бейеүҙәрен өйрәнгәнһең икән, тимәк теләһә ниндәй йүнәлештәге бейеүҙе лә башҡара алаһың, сөнки ул – нигеҙ. Ә ғөмүмән, кешене бар нәмәгә лә өйрәтеп була, теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын.

– Ҡанда бар тигәндән, һин талантлы кешеләр ғаиләһендә тыуғанһың. Атайың билдәле композитор, әсәйең танылған бейеүсе. Өҫтөңдә яуаплылыҡ тояһыңмы?

– Мине әсәйем менән дә, атайым менән дә йыш сағыштыралар. Балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү йәһәтенән, һиндә әсәйемдең мәктәбе, уға оҡшағанһың, тик һин уға ҡарағанда ҡатыраҡһың, тиҙәр. Ә атайымдан ныҡышмаллыҡ, принципиаллек кеүек сифаттар күскән. Бейеүгә мине әсәйем килтерҙе, ә атайым скрипкаға бирергә теләгән. Тик әсәйем шунда уҡ ҡаршы төшкән. “Ниндәй скрипка инде уға. Бер сәғәттән емереп ташлаясаҡ бит” тигән. Мин тик ултыра белмәгән, хәрәкәтсән балаға, ысынлап та бейеү иң тура килгән йүнәлеш. Әсәйем мине бәләкәйҙән “Кемдең ҡыҙы икәнлегеңде онотма” тип үҫтерҙе һәм ысынлап та, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам.

– Әсәйең Рәзидә Хәлидәр ҡыҙын бейеү донъяһында һәйбәт беләләр. Электән ошо йүнәлеште һайлағанмы?

– Шуныһы ҡыҙыҡ, өләсәйем әсәйемдең бейеүенә һәр саҡ ҡаршы булған. Үҙе шахтер булып эшләгән өләсәй фекере буйынса, бейеү, хореограф булыу ул һөнәр түгел. Тик әсәйем унан ҡасып йөрөгән, шөғөлләнгән. Ә ғаиләләре менән Ҡаҙағстанға күсеп киткәс, ундағы сәнғәт училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай һәм балаларҙы уҡыта башлай. Әсәйемде уҡыусылары ныҡ ярата, хөрмәт итә. Аҙаҡ кире Башҡортостанға күсеп ҡайтҡас, әсәйемә үҙенең ошо һөнәре менән бар ғаиләһен ҡарарға тура килә. Ул ауылда балаларҙы йыйып ансамбль төҙөй, аттарға балаларҙы тейәп күрше ауылдарға гастролдәргә йөрөтә. Бөгөнгө көндә уның “Ләйсән” тигән халыҡ бейеүҙәре ансамбле бар. Бар күңелен һалып шул балаларҙы үҫтерә. Өҫтәмә белем биреү педагогы булған әсәйем шулай уҡ ритмика дәрестәрен алып бара. Тәрбиәләнеүселәре менән ярты йыл һайын Мәскәү, Ҡазан кеүек ҡалаларға йөрөйҙәр, ярыштарҙа еңеп ҡайталар.

– Атайың менән нисек танышҡандар? Ғаилә тарихын беләһеңме?

– Уларға танышырға ла кәрәкмәй. Атайым да, әсәйем дә бер ауылдан – Учалы районының Миндәк ауылынан. Хатта күрше булалар. Тик атайым бәләкәй саҡтан Өфөлә уҡый, әсәйем дә ситтә йәшәп ҡайта. Ләкин яҙмыш ҡушҡас, осрашалар. Бер ваҡыт атайым тыуған ауылына концерт менән ҡайта. Антракт ваҡытында балаларҙы уҡытҡан әсәйем уның янына йүгереп инә лә, үҙен таныта, унан ансамбле өсөн костюмдар алып биреүҙә ярҙам һорай. Атайым концерттан һуң хәл итербеҙ ти һәм шулай аралаша башлайҙар. Аҙаҡ мөхәббәт барлыҡҡа килә һәм ул әсәйемде Өфөгә күсереп алып китә. Бына костюм алышып биргәнме юҡмы, уныһын белмәйем (көлә). Атайым ныҡ итеп ҡыҙы булыуы тураһында хыяллана, ҡыҙым тыуһа уға Ләйсән тип исем ҡушам ти. Һәм мин тыуам.

– Салауат Әхмәҙи улы ниндәй атай ине?

– Атайым мине ҡулында күтәреп кенә йөрөттө, ныҡ ярата торғайны. Шул уҡ ваҡытта миңә дөрөҫ тәрбиә биргәндәр тип иҫәпләйем. Ул изге күңелле, алсаҡ кеше ине, шул уҡ ваҡытта талапсан булды. Һораған нәмәләрҙә баш тартманы, әммә артығын да ҡушманы. Атай абруйы көслө булғандыр. Ә бына минең йырлауымды ни эшләптер теләмәне. Үҙем дә бейеү яратҡас, йырға бик атлыҡманым. Ул вафат булғанда миңә ун йәш ине. Кисереүе ауыр булды, әлбиттә. Шулай ҙа әсәйем бар ауырлыҡтарҙан сикләне мине.

– Бөгөн уның юлын нисек дауам итәһегеҙ?

– Атайымдың бала сағы ныҡ ауыр була. Тыумыштан һуҡыр кешеге был тормош айырыуса еңел бирелмәй, тик ул юғалып ҡалмай, тырышлығы менән, таланты арҡаһында үҙен-үҙе аяҡҡа баҫтыра. Ижады тураһында һөйләп тормайым, уны республикала яҡшы беләләр. Ул үлгәс, әсәйем исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр башҡарҙы. Беҙ йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды. “Ай тотолған төндә” операһын тергеҙҙеләр, мартта аншлаг менән премьера үтте. Уның исемендәге фестивалдәр бар. Тыуған Учалы районында атайым исемен йөрөткән училище эшләй. Һуҡырҙар китапханаһы йыл һайын тыуған көнөндә хәтер кисәһе үткәрә. Әсәйем менән уның исемендәге сәнғәт мәктәбен асырға хыялланабыҙ. Унда һуҡыр, инвалид балалар өсөн дә бүлек булһын тип теләйбеҙ.

– Һин әле бик йәшһең. Киләсәккә ниндәй пландарың бар?

– Бейеү йүнәлешен һайлағанмын, уны дауам итергә теләйем. Тик хореограф ҡына түгел, үҙемде бейеүсе булараҡ та үҫтергем килә. Мин әле сәхнәлә бейеп туйманым, бының үҙ мөғжизәһе бар. Ә киләсәктә үҙ студиямды асырға, унда остаз булырға хыялланам. Ысынлап, мин әле йәш, барыһы ла алда, барыһы ла үҙемдең ҡулымда. Шулай булғас, алға хәрәкәт итәм!

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: