Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Апрель 2024, 07:45

Евразия күсмә цивилизациялар музейы буласаҡ

Хәҙерге ваҡытта визит-үҙәктең корпусын төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре бара.

Евразия күсмә цивилизациялар  музейы буласаҡЕвразия күсмә цивилизациялар  музейы буласаҡ
Евразия күсмә цивилизациялар музейы буласаҡ

Евразия күсмә цивилизациялар музейы – республикала төп тарихи- мәҙәни проекттарҙың береһе буласаҡ. Уны төҙөү тураһындағы пландары менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  2022 йылдың 9 июлендә “Шүлгәнташ” музей-заповеднигын асыу тантанаһында иғлан иткәйне.

 2024 йылдың июнь айында майҙаны 600 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән Евразия күсмә цивилизациялар музейы визит-үҙәген  асыу планлаштырыла. Комплекс составында лекциялар үткәреү мөмкинлеге булған экспозиция залы, кафе  эшләйәсәк.

– Музей республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәре һәм хатта сит илдәр туристарын да үҙенә йәлеп итәсәк, – тип билдәләне Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин.

Әлеге көндә Евразия музейының визит-үҙәген  һәм Торахан кәшәнәһен тоташтырасаҡ йәйәүлеләр һуҡмағы һалынған. Һуҡмаҡтың оҙонлоғо – 620 метр самаһы. Тиҙҙән унда яҡтылыҡ үткәреләсәк, эскәмйәләр, Евразия далаһының тарихын һөйләүсе  мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ. Хәҙерге ваҡытта визит-үҙәктең корпусын төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре бара. Киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейының төп корпусын төҙөү планлаштырыла, унда күргәҙмә залдары, лабораториялар, фәнни үҙәктәр, һаҡлау фонды, конференц-зал, китапхана, кафе һәм ял урындары буласаҡ.

 Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23736/

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас