Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынды тыуып - үҫкән Йәмил Баймырҙин ( псевдонимы- Ябай Малай) үҙенең сәхифәһендә кәләш алыуы хаҡында хәбәр иткән. "Яңы ғаилә. Баймырҙиндар ғаиләһе. Ғаилә йылы- 24" хештэг аҫтында никах кейемендәге фотоһын урынлаштырған.
Йәш ғаиләгә оло мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Йәмил Баймырҙин ни өсөн Ябай малай псевдонимын алыуын түбәндәгесә аңлатҡан:
"Беренсеһе: ул исемем һәм фамилиямдың ҡушылмаһы – Я. (Ямиль) + Бай. (Баймырҙин)
Икенсеһе: мин ябай ауыл малайы, бөтә кешеләрҙе лә нисек бар, шулай яратам, ихлас, алсаҡмын, һәм ошо сифаттар һәр саҡ кешеләр күңеленә юл яра ала икәненә төшөнгәнмен. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигән әйтем йәшәй халҡыбыҙҙа, ул юҡтан ғына бар булмаған бит инде.
Өсөнсөһө: «Я+ бай» – тимәк мин һәр йәһәттән дә, күңел байлығы, хистәр байлығы, рухи байлыҡ кеүек ҡиммәттәргә бай.
Фото: Йәмил Баймырҙиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.