Бөтә яңылыҡтар

Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла

Күптән түгел үткәрелгән Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнөндә Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы вәкилдәре ҡунаҡта булып китте.

Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла

Республикабыҙ – йөҙәрләгән милләт кешеләре өсөн ғәзиз тыуған төйәк. Бында һәр халыҡ вәкиле тиң шарттарҙа, үҙ мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлап йәшәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү, шул телдәрҙә китаптар уҡыу өсөн дә мөмкинлектәр бар. Күптән түгел үткәрелгән Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнө айҡанлы Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы вәкилдәре ҡунаҡта булып китте.


Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһы вәкилдәре һәм Башҡортостандағы коллегалары балаларҙың китап уҡыуына ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Ҡатнашыусылар "Китапхана — мәҙәниәттәр диалогы өсөн асыҡ майҙан" тип аталған һөйләшеү ойошторҙо.


Осрашыуҙа Милли китапхана директоры Азат Ибраһимов татар, сыуаш, мари, белорус, латыш, мордва, украин, удмурт халҡы вәкилдәрен хеҙмәтләндергән китапханалар тураһында һөйләне. Был ойошмалар этник төркөмдәр илселектәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, тарихи-мәҙәни үҙәктәре, нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Улар республикабыҙҙа ғүмер иткән төрлө халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡларға, үҫтерергә ярҙам итә.


Китапхана халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлауҙа ниндәй роль уйнай, сыуаш милли мәҙәни мираҫы менән таныштырыу, хәҙерге сыуаш балалар әҙәбиәтен үҫтереүҙә төп алымдар – һөйләшеүҙә күтәрелгән темалар күп төрлө булды. Осрашыуҙа ҡатнашҡан Бишбүләк үҙәк район китапханаһы етәксеһе Елена Ғәниева Башҡортостанда йәшәгән сыуаш милләте вәкилдәрен хеҙмәтләндереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Һөйләшеү ихлас та, эшлекле лә мөхиттә барҙы. Ике яҡ та артабан хеҙмәттәшлек итеү, тәжрибә уртаҡлашыу тураһында килеште, һәр ҡайһыһы китапхана эшендә ярҙам итерлек мәғлүмәттәргә байыны. Сыуаш Республикаһы вәкилдәре Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәре менән осрашып, уларҙың туған мәҙәниәт мөхитендә ҡайнап йәшәүенә шатланып, башҡортостандарға рәхмәт әйтеп таралышты.


Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһының директоры Татьяна ВАШУРКИНАнан осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендем.


– Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында үткән Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнө бик емешле булды. Дүрт сәғәттән ашыу барған сарала башҡорт коллегаларыбыҙ менән китапхана эшмәкәрлеге өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ, заманса милли балалар әҙәбиәтен үҫтереү һәм проект эшмәкәрлеге тураһында һөйләштек. Башҡорт коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен үҙебеҙгә алдыҡ, уны эшебеҙҙә ҡулланырға ниәтләйбеҙ.
Сыуаш республика балалар-үҫмерҙәр китапханаһы белгестәре лә үҙ эштәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Беҙҙе бик йылы итеп ҡаршылағандары өсөн башҡорт коллегаларыбыҙға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалағыҙҙы күрергә ваҡытыбыҙ аҙ ҡалды, ләкин күргән тиклеме генә лә беҙҙе һоҡландырҙы, бында оҙаҡҡараҡ килеп ҡайтырға теләйбеҙ. Осрашыуға Башҡортостан Республикаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең килеүе айырата ҡыуаныслы булды, – тип шатлыҡлы кисерештәрен еткерҙе Татьяна Геннадьевна. 

Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Китапханалар эшендә башҡорт-сыуаш дуҫлығы сағыла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: