Ул баш ҡала йәштәренең аралашыуы һәм ижади үҫеше өсөн булдырылған. Майҙансыҡта үҙеңдең ижади идеяларыңды тормошҡа ашырырға, аралашырға һәм туған телдә медиапродукцияны сығарырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге сараның абруйлы ҡунаҡтары символик ҡыҙыл төймәгә баҫып, яңы проекттың ҙур юлына старт бирҙе.
– Бындай майҙансыҡтар һис шикһеҙ кәрәк. Ошо башланғысты күтәреп сыҡҡан “Юлдаш” радиоһы һәм БЮТ етәкселегенә рәхмәтлемен. Минеңсә, бындай майҙансыҡ тәү сиратта йәштәребеҙгә ижади потенциалын асырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Азат Бадранов.
“Юлдаш Plus” 2014 йылдың 1 сентябрендә “Юлдаш” радиоһы базаһында эшләй башлаған. 10 йыл эсендә радиостанция тыңлаусыларҙы эфир тапшырыуҙары менән генә ҡыуандырмай, ә республиканың ижади йәштәренә әүҙем ярҙам күрһәтә, милли эстраданы үҫтереүгә булышлыҡ итә, баш ҡала медиасфераһы өсөн йәш кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә.
Яңы үҙәк йәштәргә яңы мөмкинлектәр аса. Бинала төрлө осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ, белгестәр саҡырыласаҡ. Бында бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
– Радио бер ваҡытта ла бер урында тормай, ә үҫә бара. Беҙ был үҙәктә ижади йәштәр менән эшләргә әҙер булған кешеләрҙе күрергә шат буласаҡбыҙ, – тине ”Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова.
Үҙәкте асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ҡорамалдар һатып алыуға сертификат бүләк итте. Программала популяр йырсылар сығыш яһаны. Тантана аҙағында радионың бер нисә хеҙмәткәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Фото: Башинформ.