Гүзәл Уразова операциянан һуң өйөнә ҡайтҡан

Йырсы Мәскәүҙә операция яһатҡан ине. Әсәһенең хәлен белешергә бәләкәс ҡыҙы Ариана ла барҙы.

Гүзәл Уразова операциянан һуң өйөнә ҡайтҡанГүзәл Уразова операциянан һуң өйөнә ҡайтҡан
Гүзәл Уразова операциянан һуң өйөнә ҡайтҡан

Ниһайәт, яратҡан йырсыбыҙ Гүзәл Уразова Мәскәүҙә операция үткәргәндән һуң өйөнә ҡайтҡан. Ул Ҡазан аэропортынан видео һалған. Илдар Хәкимов: "Аллаға шөкөр, Ҡазанға ҡайтып еттек, ура!"- ти. Иренең һүҙҙәренә Гүзәл Уразова ла ҡушылып: "Ура-ура, ҡайтып еттек!" - тип ҡабатлай.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Гүзәл Уразова Мәскәүҙә операция яһатты, "алты сәғәт операция кисерҙем" тип тә яҙып сыҡты. Хатта әсәһенең хәлен белешергә бәләкәс ҡыҙы Ариана ла барҙы.

Тиҙерәк йүнәлеп китегеҙ! Яңынан-яңы йырҙар көтәбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас