Настяға уңыш теләйбеҙ!

“Ты супер!” конкурсына һайлап алыу этабының икенсе турына Стәрлетамаҡ районы ҡыҙы үтте...

Настяға уңыш теләйбеҙ!Настяға уңыш теләйбеҙ!
Настяға уңыш теләйбеҙ!

НТВ телеканалы февраль айында  “Ты супер!” халыҡ-ара балалар йыр конкурсының һигеҙенсе миҙгеленә  кастинг  иғлан иткәйне. Белеүебеҙсә, проектта етем балалар өсөн үҙәктәрҙә, ҡабул итеү һәм опекун ғаиләләрендә, ауыр ғаилә хәлдәренә юлығыу һөҙөмтәһендә  интернат- мәктәптәрҙә йәшәгән һәм хайран ҡалырлыҡ йырлау һәләттәренә эйә булған  балалар ҡатнаша.

Республика ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һәм етемдәрҙе ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге Мәләүез, Тәтешле һәм Стәрлетамаҡ райондарының опекун ғаиләләрендә йәшәгән 10-15 йәшлек талантлы балаларҙан бер нисә заявка ебәрҙе. “Ты супер!” конкурсына һайлап алыу этабының икенсе турына Стәрлетамаҡ районынан Настя Матвеева үтеүе билдәле булды. Беҙ яҡташыбыҙға ижади уңыштар, ҡыйыулыҡ теләйбеҙ!

 Фото: https://vk.com/mintrudrb

 

Настяға уңыш теләйбеҙ!
Настяға уңыш теләйбеҙ!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас