Табип прививкаһы кеше организмын үлемесле сирҙәргә яраҡлаштыра. Ә китап быуаттар аша белемде, аҡылды беҙгә килтереп еткерә ала, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
«Әҙәби прививка» майҙансығы кураторы Юлиә Хәкимованың әйтеүе буйынса, психологик уйындар майҙансыҡ эшенең бер йүнәлеше буласаҡ. Маҡсаты - психологтарға бармайынса, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу.
- Һәр кешенең бәхет рецебы үҙенсә, - ти ул. - Ләкин был рецептың бер ингредиенты бөтәһе өсөн дә бер: бәхетле кеше үҙенең һәм башҡаларҙың хис-тойғоларын яҡшы аңлай. Ә беҙ тәҡдим итәсәк уйындар кешеләрҙе үҙҙәрен, хис-тойғоларын һәм теләктәрен яҡшыраҡ аңларға өйрәтәсәк.
Юлиә Хәкимова йәрминкәгә килеүселәргә ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән бындай бер нисә уйын сценарийын тәҡдим итәсәк. Беренсеһендә ир менән ҡатын араһында мөнәсәбәттәр өйрәнеләсәк, икенсеһендә - ата-әсәләрҙең үҫмерҙәр менән мөнәсәбәттәре, өсөнсөһөндә 10 йәше тулмаған балалар менән гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында һүҙ барасаҡ.