Бөтә яңылыҡтар

Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!

Математиканы яратһа ла, китапҡа һөйөү көслөрәк була.

Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!
Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!

Миәкә районының китапхана системаһы директоры Светлана Ғүмәрова нисек тап ошо һөнәр эйәһе булып киткән? Иң беренсе ошо һорауға яуап эҙләнек.

- Ни өсөн мин тап ошо һөнәрҙе һайланым? Был яҙмыштыр. Тәбиғәтем менән ижад кешеһемен. Бәләкәй саҡта һүрәт төшөрөргә, китаптарҙың һүрәттәрен ҡарарға яраттым. Аҙаҡ был мауығыуым китап уҡыуға күсте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә геометрия менән математика иң яратҡан фәндәрем булды, - тип һөйләне Миәкә районынан конкурсантыбыҙ.

Китапхана менән яҙмышы 1994 йылдан бәйле. Китапханаға тәүҙә “рәссам-биҙәүсе” булып килә. Был эш күңеленә ята. Мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының китап эше йүнәлеше буйынса белемен камиллаштыра. Шулай итеп был тармаҡта һөнәри юлы башлана. Тәүҙә ябай китапханасы булһа, һуңынан хеҙмәтләндереү бүлеге мөдиренә үрләтелә, ә 2016 йылдан Миәкә районының китапхана системаһы директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

Директор булыу еңел түгел. Тормош үҙгәргән һайын китапхана эше лә үҙгәрә. Тап етәксенең оҫталығы менән үҙ эшен белгән коллектив туплана. Уларҙың берҙәм тырышлығы менән бихисап эштәр алып барыла.

- Бары тик коллегаларым менән берлектә күп нәмәгә өлгәштек. Һуңғы осорҙа беҙҙең китапхана системаһының төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәре лә күбәйгәндән-күбәйә. Был ҡаҙаныштар менән бик ғорурланам. Еңеү яулаған гранттар ярҙамында идеяларыбыҙ тормошҡа ашырыла, - тине Светлана Байназар ҡыҙы.

Китап һөйөүселәр менән генә эшләп сикләнмәй улар. Яҡташтарында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү буйынса ла ҙур эш алып баралар. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәрен яһау кеүек эштәрҙә лә улар әүҙем ҡатнаша.

Миәкә конкурсантына әлеге ижади бәйгелә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Светлана Ғүмәрованың шәхси архивынан.

Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!
Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!
Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!
Миәкә конкурсанты майҙан түрендә!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: