27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторолған китапханасылар араһында “Китапҡа һөйөү уятам” исемле конкурсы ҡатнашыусыларының береһе Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы Килдеғолова. Ул Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбендә педагог-китапханасы булып эшләй.
Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы 1999-2003 йылдарҙа Сибай педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегендә уҡып бөткәс, 2003 йылда Йылайыр районы Аралбай ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә төшә. 2005 йылда Аралбай ауылы бөтөү сәбәпле күрше ауыл шул уҡ Йылайыр районының Сиҙер ауылына математика уҡытыусыһы итеп эшкә күсерәләр. Эшләп йөрөгәнендә Магнитогорск университетында ситтә тороп белем ала. 2007 йылда Технология уҡытыусыһы һәм предприниматель дипломы алыуға өлгәшә.
“2005 йылда тормош ҡороп, Сидер мәктәбенән киттем. Йылайыр районы Суртан Үҙәк ауылы егетенә тормошҡа сыҡтым. 2007 йыл ғаиләбеҙ менән Йылайыр районының Матрай ауылына күсеп килдек. Тормош иптәшем күрше ауылға карьерға эшкә төштө, ә үҙем Матрай мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы итеп тәғәйенләндем. Шул уҡ йылда тарих фәненәндә уҡытып йөрөнөм. Класс етәксеһе лә булып эш башланым. 2020 йылда беренсе категориялы, 2023 йылда юғары категориялы уҡытыусы исемен алдым. 14 йыл инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп 2021 йылда педагог-китапханасы һөнәрен һайлап әлеге көндә эшләп йөрөйөм. Күп йылдар класс сығарҙым. Әле быйыл да 11 класты сығарырға әҙерләнеп йөрөйөм. Эшемде яратып башҡарам. Эшемә яуаплы ҡарайым. Ошо оҙаҡ йылдар эшләгән мәктәп осоронда төрлө фәндәрҙе уҡытырға тура килде. Иң оҡшаған эш ул китапханасы булыуы. Төрлө матур саралар үткәрергә тырышам, уҡыусылар китап уҡыһын өсөн төрлө ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр эшләйем. Үҙем дә конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Эшемдән йәм табып, эшемә күмелеп эшләйем.
Әлеге көндә беҙ Матрай ауылында өй һалып төпләндек. Өс улыбыҙ таянысыбыҙ бар. Ҙур улыбыҙ Сибай гимназияһында 11 класта уҡый, уртансы улыбыҙ Йылайыр гимназияһында 8 класта уҡый, бәләкәс улыбыҙ Матрай мәктәбенә 1 класты тамамлай. Ғаиләбеҙ менән дә төрлө сараларҙа ла ҡатнашырға тырышабыҙ. Беҙҙең алға балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйылған. Шул маҡсат өҫтөндә лә эш алып барабыҙ.
"Эше барҙың ашы бар, тип йәшәйбеҙ” – ти Әлфиә Килдеғолова.
Фотолар конкурсанттың шәхси архивынан.