14 майҙа Өфөлә Сибай концерт-театр берекмәһенең гастроле уҙҙы. Данлыҡлы коллектив“Серле мираҫ” мюзиклының премьераһын тәҡдим итте.
Баш ҡала халҡы Сибай артистарын “Башҡортостан” дәүләт концерт залында аншлаг менән ҡаршыланы һәм тамаша барышында: “Сибайҙар бирешмәй!” – тип һөйөндө. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа коллективҡа күп тетрәнеүҙәр кисерергә тура килде – биналары янды, алдынғы артистарын махсус хәрби операцияға оҙатты, улар урынына тиҙ арала йәш көстәрҙе тупланы.
Мюзикл заманса технологик алымдар ҡулланылған шоуҙан башланды (рәссамы – Альберт Нестеров). Бындай биҙәлеш коллективтың “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән бинала яңы мөмкинлектәрҙән файҙалыныуын, ҡыйыу ижади идеяларын тормошҡа ашыра алыуын күрһәтә.
Сихри шоу тамашасыларҙы быуаттар төпкөлөнә алып инде. Унда иһә башҡорт ханы улына мәңелек байлыҡ ҡалдыра, тик уны үҙ аллы эҙләп табырға ҡуша. Егет хазинаны тау-таш, йылға-күлдәр һәм ҡара урмандарҙан эҙләй, әммә был байлыҡтарҙың мәңгелек була алмауын, кешеләр тарафынан вәхшиҙәрсә таланыуын аңлай. Тәбиғәттең: “Ҡәҙерләй белмәгәндә, беҙ мәңгелек түгел”, – тигән оранын халыҡҡа еткереү – мюзиклдың төп маҡсаты.
Мәңелек мираҫтың серен асыр өсөн сценарий авторы Миләүшә Ҡаһарманова боронғолоҡ менән заманса тормошто йәнәш һүрәтләгән. Хан улы бөтмәҫ байлыҡты юллаһа, хип-хоп бейеүсе йәштәр үҙ асылын эҙләй. Һөҙөмтәлә мәңелек хазинаны халыҡ мираҫынан табалар. Режиссёр Сулпан Асҡарова менән балетмейстер Александр Родионов ике дәүерҙе уңышлы итеп берләштереү алымдарын тапҡан.
Сибай концерт-театр берекмәһе баш ҡаланың иң ҙур сәхнәһендәге сығышын мюзиклдың композиторы Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланы.
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе архивынан.