16 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Туғанлыҡ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивален асыу тантанаһы уҙҙы. Фестиваль ҡунаҡтарын Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.
– 1991 йылда булдырылған “Туғанлыҡ” фестиваленә үҙ атамаһы тура килеп тора. Ошо сарала һеҙҙең менән ҡабаттан осрашыуға шатбыҙ. Күп быуындар алмашынды, яңы йондоҙҙар ҡалҡты, кемдәрҙер арабыҙҙан китте, әммә туғанлыҡ рухы нығына ғына бара. Башҡортостан Республикаһы Башлығы башланғысы менән ҡабул ителгән указ буйынса “Туғанлыҡ” фестивале өс йыл һайын үткәреләсәк, – тине ул һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡыны.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков та фестивалгә сәләмләү хаттарын ебәргәйне.
Артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ҡыҙыл паша” спектакле менән фестивалде башлап ебәрҙе. Әҫәр башҡорт халҡының данлыҡлы улы, Советтар Союзы менән ғәрәп илдәре араһында эшлекле мөнәсәбәт булдырған беренсе дипломат Кәрим Хәкимовҡа бағышлана.
– Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Фестиваль дә берҙәмлек темаһынан башлана. Кәрим Хәкимов халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперҙәре һалған, ул ерҙә тыныслыҡ урынлаштырыусы дипломатия символы булып тора, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Спектаклдәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәләрендә үтәсәк.
Быйыл фестиваль сиктәрен киңәйтте һәм тәүге тапҡыр «милли театрҙар фестивале» исеме аҫтында уҙғарыла, элек ул «төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине.
Фестиваль барышында, спектаклдәр күрһәтеүҙән тыш, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, Башҡортостанда йәшәгән милләттәр өсөн тыуған яҡтарынан килгән театрҙарҙың сығышынан һуң осрашыуҙар ойоштороласаҡ.