Гөлнәзирә Ғилметдин ҡыҙы Кинйәбаева Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылында 1966 йылдың йәмле яҙ көнөндә тыуа. Башланғыс класты Һатлыҡ ауылында тамамлағас, Юлдыбай урта белем биреү мәктәбендә 4, 5-се класта уҡый һәм 6-сы класҡа Өфөләге 4-се Республика сәнғәт мәктәп-интернатына, хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество мәктәп-интернатына уҡырға бара.
1983-1985 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында училищела рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштереп, 1985 йыл Мәләүез химия заводына үҙ һөнәре буйынса эш юлын башлай.
1991 йылда Бикбулат ауылы егете, Кинйәбаев Йәмил Әхмәҙулла улы менән тормош усағын тоҡандырып, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
1999 йылда Бикбулат ауылына ҡайтып төпләнәләр. 2003 йылда Гөлнәзирә Ғилметдин ҡыҙы Бикбулат ауыл китапханаһына китапхана мөдире булып эшләй башлай. 2004 йылда Өфө китапханасылар техникумына ситтән тороп уҡырға инә һәм 2007 йылда уңышлы тамамлай.
Ул Бикбулат ауылында китапханасы булып 20 йылдан ашыу эшләй. Тәүге һөнәре рәссәм-биҙәүсе китапхана эшендә бик кәрәкле була. Ауыл биләмәһендә төрлө саралар - яҙыусыларға, юбилей, иҫтәлекле даталарға, халыҡ фольклоры байрамдары үткәрелә. Былтыр бикбулаттар ''Айыҡ ауыл'' республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды. Китапханасы ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылдаштарҙың төрлө саралағы уңышында уның да өлөшө бар.