Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин менән Өфө мэры Ратмир Мәүлиев беренселәрҙән булып “Музей инфо-трагы – “Өфө тарихы хәрәкәттә” күсмә күргәҙмәһе менән танышты. 

Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмәБаш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә
Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә

Экспозиция баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арнала.

Мәғлүмәт машинаһында Өфө тарихына бәйле интерактив макеттар һәм экспонаттар тупланған. Улар өлкәндәр һәм балалар өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы. Ә стеналағы инфографиканы кеҫә телефоны ярҙамында йәнләндерергә мөмкин.

– Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ошондай заманса күргәҙмәнең барлыҡҡа килеүенә шатмын. Уны 24 – 26 майҙа Совет майҙанында уҙасаҡ “Китап байрамы” фестивалендә ҡарарға кәңәш итәм, – тине Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фестивалдән һуң күсмә музей Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан буйлап сәйәхәткә юллана. Уның эш графигы Өфө ҡалаһы тарихы музейының “Бәйләнештә”ге төркөмөндә баҫыласаҡ.

Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә
Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә
Баш ҡала юбилейына – күсмә күргәҙмә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас