Лилиә Кинйәбай ҡыҙы Әғзәмованың (Әхмәҙиева) эш стажы ғорурланырлыҡ - 20 йыл. Ул эшләгән ауыл китапханаһының инде ете тиҫтә йылға яҡын тарихы бар - 1956 йылда асылған. 1977 йылдан үҙәк район китапханаһының филиалы булып, Яңы Ҡайып ауылы клубында эшләй башлаған.
2020 йылда ауыл клубына "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелеп, ул Куп функциялы ауыл клубы тип үҙгәртелә, ә китапханаға модель китапхана статусы бирелә.
— Иң мөһиме - шөғөлөңдө яратып башҡарыу. Һәр килгән кеше менән аралашып, һөйләшеп, күңелеңде биреп эшләргә кәрәк. Һәм ошо тойғо миңә көс бирә, - ти Лилиә Кинйәбай ҡыҙы.
Китапханала оло йәштәгеләр өсөн "Өмөт", йәштәр өсөн "Тыуған төйәгеңде өйрән" клубы эшләп килә.
Ауыл ерендә китапхана ул китапхана ғына ла түгел шул. Бындағы йәшәйеш клуб, китапхана эшмәкәрлегенә ныҡ бәйләнгән. Бер мәҙәни сара ла уларҙан тыш үтмәй, тиергә кәрәк.
Ибрай модель китапханаһы ла "Өмөт" клубы ағзалары менән онотолоп барған байрамдарҙы, йолаларҙы тергеҙә, үткәрә. Йәш ғаиләләр, балалар менән ауылдың тарихын өйрәнәләр, шәжәрә төҙөйҙәр, ауыл музейының боронғо экспонаттары менән танышып ҡына ҡалмайҙар, уны тулыландырыу йәһәтенән дә эш алып баралар.
Лилиә Кинйәбай ҡыҙы ише үҙ һөнәрен яратҡандар китап уҡыуға һөйөү уятыу менән бер рәттән, ауыл тормошон йәнләндереүгә, йәнтөйәктәренең тарихын белеүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Афарин!
Фотолар: геройҙың шәхси архивынан.
Әйткәндәй, абруйлы конкурсантыбыҙ Лилиә Әғзәмованың эше менән танышырға теләгәндәр ошо һылтанма: https://vk.com/id455758608 аша инеп ҡарай ала.