Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул фани донъяны бик иртә ташлап китте. Күрәһең, күктәргә лә талантлы, ихлас һәм киң күңелле кешеләр күберәк кәрәк... Әммә уның тураһында яҡты хәтирә яҡындарының, дуҫтарының, ижадын һөйөүселәрҙең һәм яҡташтарының күңелендә йәшәүен дауам итә.
Эйе, Динис Мөҙәрис улының исемен мәңгеләштереүгә яҡташтары ҙур көс һалды. Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда яҙыусының әҙәби музейы булдырылды. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, урам, Нөгөш һыу һаҡлағысында теплоход уның исемен йөрөтә, мәктәп алдында бюсы урынлашҡан. Уҡыусылар араһында Динис Бүләков уҡыуҙары үтә. Бынан тыш, һәләтле балалар, йәш белгестәр өсөн уның исемендәге район премияһы бар.
Йыл һайын яҙыусының тыуған һәм вафат булған көндәрендә район-ҡалала төрлө саралар үтеүе лә билдәле әҙип тураһында матур иҫтәлектәрҙе яңыртыуға, ижадын популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә Смаҡ ауылында үткән хәтер кисәһе лә Динис Мөҙәрис улы хаҡында йылы иҫтәлектәрҙе уятты.
Сара яҙыусы исемен йөрөткән мәктәп алдындағы бюсҡа сәскә һалыуҙан башланды. Белем биреү учреждениеһы коллективы данлы яҡташының исемен лайыҡлы йөрөтә. Йыл һайын уның рухи мираҫын таратыу, исемен быуындан-быуынға тапшырыу йәһәтенән конкурстар, класс сәғәттәре үткәрәләр. Был хаҡта мәктәптә үткән тантаналы линейкала мәғлүмәт бирелде. Уҡыу йылы барышында спортта, белем биреү учреждениеһының мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, призлы урындар алған һәм яҡшы уҡыған балаларға яҙыусының ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә һәм Миләүшә Бүләковалар иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Йыйылыусыларҙы Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтов сәләмләне. Йыл һайын ошо сарала алдынғы уҡыусыларҙы, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүселәрен, һәләтле йәш белгестәрҙе Динис Бүләков исемендәге район премияһы менән бүләкләү йолаға ингән. Быйыл уға ете талантлы яҡташыбыҙ, атап әйткәндә Римма Шәйәхмәтова, Сыңғыҙ Вәлиев, Рәзинә Шаһманова, Хәкимә Яҡшыева, Ильяс Зөбәйеров, Данияр Балтабаев, Самир Латипов лайыҡ булды. Уларға артабан да уңыштар теләп, награданы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов тапшырҙы. Мәғариф идаралығы метдисы Вилиә Фәхретдинова Бүләков уҡыуҙарында юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәрҙе ҡотланы.
Был көндө сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Динис Мөҙәрис улының ижадын яратыуын, уның менән ғорурланыуын, әҫәрҙәрендәге образдар, геройҙар барыһы ла беҙҙең арабыҙҙа йөрөүен, уларҙы таныуын, әҙиптең янып-ярһып йәшәүен, ижад итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, яҡташыбыҙ яуаплы вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, бик күп һәм һөҙөмтәле ижад иткән. Был хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Динис Бүләков менән төрлө йылдарҙа бергә эшләгән ижадташ дуҫтары Ғәлим Хисамов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Зөһрә Ҡотлогилдина һөйләне. “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, шағир Тимер Ниәтшин яҙыусы шәхесенә арналған шиғырҙары, иҫтәлектәре менән бүлеште.
Динис Бүләков музейы барлыҡҡа килеү тарихы тураһында уны башлап ебәреүсе Әлмира Шәрипова сығыш яһаны. Асҡан ваҡытта үҙенең тос өлөшөн индергән педагогтар Гөлсөм Хисаметдинова, Ғәлиә Татлыбаева, Гөлмизан Таштимерова рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ғөмүмән, был көндө сәхнәнән дә, мәктәптә лә, яҙыусының бюсы янында ла рәхмәт һүҙҙәре күп яңғыраны. Аталарын ошолай оло хөрмәт менән иҫкә алғандары өсөн яҡташтарына – Динис Бүләковтың ҡыҙҙары, ә ауылдаштары, әҙиптең дуҫтары аталарының рухын ҡыуандырып йәшәгәне өсөн ҡыҙҙарына рәхмәт әйтте.
Сығыштар ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы менән үрелеп барҙы һәм сағыу байрамға әүерелде. Әйткәндәй, был сара йыл һайын шулай гөрләп үтә. Яҙыусының үҙе һымаҡ: дәртле лә, илһамлы ла, күңелле лә.
Лена АБДРАХМАНОВА, Мәләүез районы.
Фотолар "Көнгәк" гәзитенән.
Зөһрә БҮЛӘКОВА, яҙыусының ҡыҙы:
– Мәләүез районы хакимиәте, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм ғаилә ағзалары менән берлектә үткән был сараға байтаҡ ҡунаҡтар, ижадсылар килде. Атайымдың ижадын һөйөүселәргә, уның исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән барлыҡ кешеләргә, барлыҡ ауыл халҡына, район хакимиәтенә, яҙыусылар ойошмаһына ҙур рәхмәт. Хәтер кисәһен алдағы йылдарҙа ла шулай уҡ матур итеп үткәрергә яҙһын, сөнки матур иҫтәлектәр уның да рухын яңырта. Башҡорт халҡының тарихын, әҙәбиәтен, арҙаҡлы шәхестәрҙе белһәк, хәтерләһәк, улар хаҡында балаларыбыҙға еткерһәк, беҙҙең киләсәк йәшәй тигән һүҙ.