Йәштәрҙең арабыҙҙан китеүҙәре бигерәк тә аяныслы. Йырсы,композитор, республика йыр конкурстары лауреты Илдар Рәхимғолов вафат булған. Ул Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була, рус мәктәбендә белем алһа ла, үҙ телендә йырлау өсөн бер ҡаршылыҡ та тоймай ул. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында, унан сәнғәт институтында вокал нескәлектәренә өйрәнә.
Стәрлетамаҡ һәм Сибай филармонияларында эшләй, артабан Магнитогорск ҡалаһына күсә. Йәш һәм өмөтлө йырсыларҙың береһе ине. Илдар 25 телдә, төрлө стилдә йырлаған талантлы йырсы ине, йәш булһа ла бик күп конкурстарҙа ҡатнашып үҙен күрһәтергә, призлы урындар яуларға өлгөрҙө.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Йырҙарың халыҡ күңелендә мәңге йәшәр!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.