Китап күңелде үҫтерә

Киләһе конкурсантыбыҙ - Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы китапханасыһы Дилбәр Заһитова. 

Китап күңелде үҫтерәКитап күңелде үҫтерә
Китап күңелде үҫтерә

– Күптәр китапханасы эшен бик еңел һөнәр итеп ҡабул итә. Йәнәһе, китап ҡына биреп ултыраһың да шуның менән эшең бөттө.Әммә улар ныҡ яңылыша. Китапханасы ул бик тә яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һөнәр тип әйтер инем, - ти конкурсантыбыҙ.

Дилбәр Айҙар ҡыҙының был эшкә килеүенә күп тә ваҡыт үтмәгән – бер генә йыл, әммә ул эшенә башкөллө ғашиҡ. “Әйтерһең, мине китаптар үҙенә тарта”, – ти.

Төрөмбәт китапаханаһы өс ауылды: Төрөмбәт, Салих һәм Усманды хеҙмәтләндерә. Бында төрлө йәштәге кешеләр йөрөй. Улар яҡшы китап уҡырға йәки мәғлүмәт алырға ғына түгел, аралашыр өсөн дә килә. Китапханала төрлө кисәләр, байрамдар, әҙәбиәт, шиғриәт сәғәттәре ойошторола, онлайн, офлайн акцияларҙа, конкурстарҙа ла ҡатнашалар.

Бында “Айһылыу” клубы эшләп килә. Уның девизы – “ Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә”. Махсус хәрби операциялағы яугир егеттәргә йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләп ебәргән уңғандар.

Мәктәп уҡыусылары, үҫмерҙәр ҡатнашлығында ла фәһемле саралар үткәрә Дилбәр Айҙар ҡыҙы. Был эштә уға мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләп йыйған тәжрибәһе ныҡ ярҙам итә. Конкурсантыбыҙ ауыл, райондың мәҙәниәт тормошонда, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем.

– Үҙ эшемде яратам, уға бөтә күңелемде бирәм. Заман менән бергә атларға,  яңы технологиялар, алымдар ҡулланырға тырышам. Миңә гел ярҙам ҡулы һуҙып торған ғаиләмә, тормош иптәшемә ҙур рәхмәт. Ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ бар. Дианабыҙ Стәрлетамаҡ медицина колледжының 3-сө курсында уңышлы ғына белем алып йөрөй, ә Искәндәр быйыл 9-сы класты тамамлай. Улар ҙа минең иң тәүге ярҙамсыларым, – ти ул.

Дуҫтар, конкурсыбыҙ тамамланыуға һанаулы ваҡыт ҡалды. Конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш биреп ҡалығыҙ! 

Фотоар - Д. Заһитованың шәхси архивынан.

 

 

Китап күңелде үҫтерә
Китап күңелде үҫтерә
Китап күңелде үҫтерә
Китап күңелде үҫтерә
Китап күңелде үҫтерә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас