Айнисаның әсәһе Айдана Сопуева – Ҡасималы Жантөшев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыка-драма театры артисы. Ул кисә Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход" повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнаны.
– Ҡыҙымды “театрыбыҙҙың талисманы” тип яратып йөрөтәләр, сөнки уның менән ҡайҙа барһаҡ та, еңеү яулап ҡайтабыҙ. Бығаса баш ҡалабыҙ Бишкәктә, Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла уҙған фестивалдәрҙә Айниса менән бергә Гран-приҙар алып ҡайттыҡ, – ти баланың әсәһе.
Өфөлә Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары “Иң яҡшы режиссёр эше”, “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияларында еңеү яуланы.
Әйткәндәй, еңеү уңайынан театр коллективы 24 майҙа киске 7-лә "Көн ҡармаған бала" ("Человек, поймавший солнце" ) спектаклен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VIII “Туғанлыҡ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивале 16 майҙа башланғайны. 24 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.