Бөтә яңылыҡтар

Китапты заманса технологиялар алмаштыра алмаҫ

Федерация Советы ағзаһы, Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова Китап байрамында булды.

Китапты заманса технологиялар алмаштыра алмаҫ
Китапты заманса технологиялар алмаштыра алмаҫ

Абруйлы яҡташыбыҙ "Республика Башкортостан" гәзитенә тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. 

- Китап байрамы Өфөлә икенсе тапҡыр үтә, һәм Федерация Советы уға ыңғай ҡарашта. Йәрминкә уҡыусылар, нәшерселәр, ҡунаҡтар араһында йәнле ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Змаманса технологиялар - электрон китаптар, яһалма интеллект булыуға ҡарамаҫтан, китап ғали йәнәптәре тормошобоҙҙа лайыҡлы урын биләргә тейеш.  

Беҙҙең профилле комитет уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы ҡабаттан ҡайтарыу буйынса эштәргә ҙур иғтибар бүлә. Мәңгелек ҡиммәттәргә арналған китаптарға бөгөн дә ихтыяж ҙур. Баҙарҙы нәфис әҙәбиәт, фәнни-популяр әҙәбиәт менән байытыу ғына етмәй, йөкмәтке өҫтөндә лә эшләргә кәрәк.

Был системалы рәүештә башҡарылған, дәүләт әһәмиәтендәге эш булырға тейеш, сөнки бөгөн беҙгә дуҫтарса мөғәмәләлә булмаған илдәр балаларыбыҙҙың аңын томалар өсөн миллиардтар сарыф итә. Беҙ быға балаларҙы беренсе биттән үк йәлеп иткән ҡыҙыҡлы йөкмәткегә эйә китаптар ярҙамында ҡаршы тора алабыҙ, - тине Лилиә Ғүмәрова.  

Сығанаҡ, фото: https://resbash.ru/news/kultura/2024-05-24/liliya-gumerova-interes-k-knige-nuzhno-privivat-na-gosudarstvennom-urovne-3781764

 

 

 

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: