"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"

Хөриә Әхмәтғәлиева “Башҡортостан” гәзите  китапханасылар араһында ойошторған “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурста ҡатнаша.

"Мин тормошта үҙ урынымды таптым""Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"

Хөриә Фәрит ҡыҙы Әхмәтғәлиева 1974 йылдың 13 январендә Баҡалы районы Мостафа ауылында тыуған. 1991 йылда Мостафа урта мәктәбен тамамлай. Ул туған тел уҡытыусыһы булырға хыяллана.

– Уҡытыусым Роза Нурмөхәммәт ҡыҙы туған телемә һөйөү уятты. Уҡыған ваҡытта ауыл кешеләре тураһында мәҡәләләр яҙа торған инем.

Йылдар үткәс, үҙемдең бала саҡ иҫкә төшә, ә бит мин китапханасы булырға тейеш булғанмын, сөнки мәктәптә уҡыған йылдарҙа китапханаға йөрөргә яраттым. Ауыл китапханаһына барып бик оҙаҡ ултырып, китап кәштәләре ҡарап, китаптарҙы барлар инем. Йылмайып, ауыл китапханасыһы Султанова Рәзинә апай ҡаршы ала торғайны.

Бөхтә, матур итеп теҙелеп торған яңы китаптарҙың яҡшы еҫе, матур гөлдәр әллә ниндәй бер әкиәти матур китап иленә алып кергән кеүек ине. Унан сығып китергә ашыҡмай инем, шуғалырмы, Рәзинә апай: “Миңә ярҙам итмәҫһеңме икән?” – тип өр-яңы китаптарҙы күсерешергә ярҙам һорай торғайны. Мин ҡыуанып риза була инем.

Өйгә ҡайтҡас, ҙур булмаған китапхана ла тергеҙҙем әле, китапханалағылай китаптарға һандар ҡуйып, уларҙы кәштәгә теҙә инем дә өләсәйемә: ”Китап ал әле”, – тип ялҡытып бөтә инем, – тип хәтирәләр ебен һүтә Хөриә Фәрит ҡыҙы.

Хөриә Әхмәтғәлиева 2012 йылдан Мостафа ауыл китапханыһында эшләй башлай. 2015 йылды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының урта белем биреү бүлегенең китапханасылар әҙерләү бүлеген тамамлап, диплом ала. 2019 йылда – ошо уҡ университеттың өҫтәмә белем биреү бүлегендә квалификация камиллаштырыу бүлеген, 2023 йылда Санкт-Петербург Федераль бюджет учреждениеһының квалификация камиллаштырыу бүлеген тамамлай.

2013 йылдан башлап ул эшләгән китапханала өлкәндәр өсөн “Әхирәттәр” клубы эшләй. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бергә ниндәй ҙә булһа эшкә өйрәнеү, уртаҡлашыу, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, яңы китаптар менән танышыу, ваҡытлы матбуғат биттәренә сәйәхәт яһауҙы үҙ эсенә ала ул. Әхирәттәр ауыл тормошонда булған барлыҡ сараларҙа, тематик кисәләрҙә, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Төрлө ярыш, конкурстар ойошторола. Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы Мостай Кәрим ижады буйынса “Мөғжизә яланы” уйыны, Илһам Шакировтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә, шиғыр һөйөүселәр кисәләре уҙған. Төрле ерҙәргә сәйәхәткә йөрөйҙәр.

2014 йылдан балалар өсөн “Уңғандар” түңәрәге эшләй. “Китапҡа яңы ғүмер бүләк ит”, “Һинең ҡулыңда китап”, “Китапты һаҡла – ул белем шишмәһе” тип аталған кисәләр, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Байрамдарға открыткалар, бүләктәр эшләйҙәр. Ҡоштар көнөнә тағараҡтар яһап, ҡоштар тураһында китаптар уҡыйҙар.

Китапханала ҙур булмаған сәхнә яһағандар. Унда “Уңғандар” клубы балалары менән I-IV класс уҡыусылары өсөн рус, татар халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштергәндәр. “Китапханала Асыҡ ишектәр көнө, балаларға экскурсиялар үткәреү, стендтар, буклеттар яһау, төрлө темалар аша, китаптың кәрәклеген китап һөйөүселәргә еткереү минең төп бурысым”, – уңған китапханасы.

2018 йылдан өлкәндәр өсөн “Ветеран” клубы эшләй. Илһөйәрлек саралары, батырлыҡ дәрестәре, тематик кисәләр үткәрәләр. Район һәм республика күләмендәге конкурстарҙа ҡатнашалар.

– Бигерәк тә балаларҙы яратам, улар менән эшләү миңә бик оҡшай, яңы алымдар ҡулланып, балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү, дөрөҫ әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуҙы өйрәтергә тырышам”, – тине Хөриә Фәрит ҡыҙы.

Хәриә Әхмәтғәлиева эшләгән китапхана 2020 йылда грант алған, 2023 йылда Мостафа ауыл китапханаһы проекты – ғаилә ауыл Арт-Студияһы “Йәншишмә.Живой родник” икенсе грант конкурсында еңеүселәр иҫәбенә ингән. Был проект балаларҙы һәм ата әсәләр менән бергәләп ижади аралашырға дәртләндереүҙе күҙ уңында тота.

“Мин тормошта үҙ урынымды таптым, тип уйлайым, эшемде бик яратам”, – ти Хөриә Фәрит ҡыҙы.

Өлөгөлө китапханасы Хөриә Әхмәтғәлиева 27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан “Башҡортостан” гәзите  китапханасылар араһында ойошторған “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурсында ҡатнаша. Уңыштар теләйек!

Фото: Хөриә Әхмәтғәлиеваның ғаилә альбомынан алынды.          

 

"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
"Мин тормошта үҙ урынымды таптым"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас