Оксана Фёдорова Өфөлә «Изге подписка» акцияһында ҡатнашты

Бөгөн асылған II «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә алтмыштан ашыу майҙансыҡ эшләй. «Китап» нәшриәтенең күргәҙмә майҙансығында «Изге подписка» хәйриә акцияһы үтә.

Оксана Фёдорова Өфөлә «Изге подписка» акцияһында ҡатнаштыОксана Фёдорова Өфөлә «Изге подписка» акцияһында ҡатнашты
Оксана Фёдорова Өфөлә «Изге подписка» акцияһында ҡатнашты

«Изге подписка» акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылырға, шулай уҡ эстафетаны социаль селтәрҙәге дуҫтарыңа тапшырырға кәрәк.

«Китап-байрам» йәрминкәһенә абруйлы ҡунаҡ сифатында килгән билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Фёдорова ла хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул дүрт баҫмаға яҙылды, уларҙы йыл дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре аласаҡ.

Өфөнөң Совет майҙанында "Китап байрамы" өс көн буйы – 26 майға тиклем бара. Йәрминкә программаһы бай йөкмәткеле. Программа менән “Бәйләнештә” һәм Телеграмда танышығыҙ.

Фото: И. Әхмәтов.

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас