"Бөтә донъя бик ҡатмарлы осорҙо кисерә. Көнбайыш илдәре беҙҙең менән перманент һуғыш алып бара, уның асыҡ бәрелеше Украина һәм Рәсәй араһында сағыла.
2022-2023 йылдарҙа ил һәм республика ҙур баҫым кисерҙе, иҡтисад, ижтимағи, сәйәси көрсөктәр осорон үтте. Күп кенә ғаиләләр ауыр юғалтыуҙар кисерҙе.
Һуғыш бара. Донъяның киләсәге һәм был киләсәк донъяла беҙҙең урыныбыҙ өсөн һуғыш. Илебеҙ һәм республикабыҙ халҡының күпселек өлөшө был көрәште ҡабул итте һәм берләште. Хәҙер күптәр дәүләт башлығының 2022 йылдың февралендә ҡабул иткән ауыр ҡарарҙарының дөрөҫлөгөн аңлай.
Ул ваҡытта үҙ иленән һәм ата-бабалары тарихынан баш тартҡандар булды. Тиҙ аҡса өсөн һатылып бөткәндәр ҙә байтаҡ ине.
Тик махсус хәрби операция башланғандан һуң ошо ауыр көндәрҙә Ватанына һәм Президентына ярҙам күрһәтеү тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡурҡмағандар ҙа булды. Уларҙың береһе Радик Юлъяҡшин ине. Ул 2022 йылдың мартында Салауат Юлаев майҙанында булған МХО яҡлы митингта сығыш яһаны.
Күптәр баҙнат итмәгән ваҡытта, фронттағы хәлдәр башҡасараҡ булған мәлдә Радик беренселәр рәтендә хәрбиҙәргә гуманитар миссия менән барҙы һәм концерт бирҙе. Ә яңыраҡ ул Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән бергә хәрбиҙәргә бағышланған йыр яҙҙырҙы. Был йыр илем, Ватаным тип әлеге көндә дошман менән көрәш алып барған ҡаһармандарыбыҙ тураһында.
Радиктың популярлығы бының менән генә бәйле түгеллеге бәхәсһеҙ. Уның йырҙарын республиканың бөтә халыҡтары, төрлө быуын вәкилдәре тыңлай. Илдең башҡа төбәктәрендә лә яраталар. Ул һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын булған бер нисә телдә йырҙар башҡара. Уның залдары һәр саҡ тулы.
Радик тураһында тағы ла күпте яҙырға мөмкин. Ләкин ябай ғына әйткәндә... Лайыҡлы", - тип яҙылған "Ханзаман" телеграм-каналында.
Сығанаҡ: https://t.me/bashkhanzaman
Фото: https://vk.com/elvingrey