Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”

Хәҙерге Рәсәй Яҙыусылар союзы Өфөнән килде, – тине Николай Иванов.

Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”

Радий Хәбиров “Китап байрамы” икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә үткән Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумында ҡатнашты. Пленум “Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәт дуҫлығы” девизы аҫтында үтте.

Республика Башлығы пленумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзы пленумын ҡабул итеү Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт, тип билдәләне. Бигерәк тә төбәк Яҙыусылар союзы 2024 йылда үҙенең 90 йыллығын билдәләй.

– Был датаға яҙыусылар берләшмәһе мөһим уңыштар һәм етди пландар менән килде. Республикала йәшәүселәрҙең һәм күп һанлы уҡыусыларығыҙ исеменән ошо мөһим дата менән һеҙҙе ҡотлайым. Һеҙ – беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, фекерҙәштәребеҙ. Һеҙҙең китаптарығыҙ менән Рәсәйҙең ысын патриоттары, Ватанды ҡыйыу һаҡлаусылар, талантлы һөнәрмәндәрҙең бер нисә быуыны үҫкән, – тине Радий Хәбиров. – Шәхсән минең өсөн һеҙ – көрәштәштәр, дуҫтар, коллегалар. Шуға күрә яҙыусылар менән йыш осрашырға, йәмәғәт тормошоноң мөһим мәсьәләләрен уртаҡлашырға тырышам. Сөнки тап яҙыусылар үҙ халҡының күңелен һәм ышаныстарын аңлай. Уларҙы тыңлау һәм ишетә белеү бик мөһим.

Төбәк етәксеһе республикала заманса милли әҙәбиәтте популярлаштырыу һәм үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнеүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “Сикһеҙ әҙәбиәт” мәҙәни проекты сиктәрендә Башҡортостан яҙыусыларының башҡа төбәктәрҙән һәм дуҫ илдәрҙән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу, ижади осрашыуҙары үтә. 2023 йылдың октябрендә Минскиҙа Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтеүе быға асыҡ миҫал.

– Яҙыусылар союзы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүлә. Күп кенә яҙыусыларыбыҙ һәм журналистарыбыҙ алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәр менән осрашты, уҡыусыларға үҙҙәренең әҫәрҙәренең яңы геройҙарын асты. “Йөрәгемдә минең Ватаным!” әҙәби-патриотик акциялары үткәрелде, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһында әүҙем ҡатнаштылар, –  тип билдәләне Радий Хәбиров. – Патриотик әҫәрҙәр ижад итеүгә профессиональ яҙыусылар араһында “Заман тауышы” конкурсы Башҡортостан Яҙыусылар союзының мөһим проекты булһа, хәҙер патриотик тематикалы әҫәрҙәр ижад итеүгә яңы конкурс иғлан ителде.

Башҡортостан Башлығы республикала киң мәғлүмәт саралары, кино сәнғәте, туған телдәр һәм башҡа йүнәлештәр өлкәһендә таланттарға, граждандар йәмғиәтен үҫтереү проекттарына грант ярҙамының иң алдынғы системаларының береһе булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сығышының аҙағында ул пленумда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Ивановҡа халыҡтар Дуҫлығы орденын тапшырҙы.

Артабан һүҙҙе ҡунаҡтар тотто. Һәм Юғары сиркәү советы ағзаһы, Рус православие сиркәүенең нәшриәт советы рәйесе, Калуга һәм Боровский митрополиты Климент билдәләүенсә, Рәсәй Яҙыусылар союзы, бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөйөк рус әҙәбиәтенең әхлаҡи нигеҙҙәрен һаҡлауға ныҡлы йүнәлеш тота.

– Быйыл беҙ Башҡортостандың Яҙыусылар ойошмаһының 90 йыллығын билдәләйбеҙ. Ул оло юл үтте. Союз ағзалары Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үтә, Бөтә ил менән Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, үҙ ғүмерен ҡорбан итә. Һәм беҙ ошо йылдар дауамында республика әҙәбиәтен үҫтереп эшләгән, тәржемә һәм мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән Башҡортостан яҙыусыларының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләйбеҙ, – тине митрополит Климент. – Республиканың Яҙыусылар ойошмаһы Рәсәй Яҙыусылар союзының айырылғыһыҙ өлөшө булды. Башҡортостанда әҙәби процесс тейешле кимәлдә. Халыҡ-ара китап йәрминкәһен үткәреү, власть менән тығыҙ бәйләнеш һәм яҙыусылар берләшмәһенә йүнәлтелгән йәмәғәтселек иғтибары башҡорт әҙәбиәтенең киләсәгенә ҙур ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә.

Артабан Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов Башҡортостанға пленум үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм ижади ойошманың башланғысы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

– Бында, Өфөлә 1958 йылдың апрелендә СССР Яҙыусылар союзының күсмә пленумы үтә, унда РСФСР Яҙыусылар союзының беренсе ойоштороу съезы датаһы билдәләнә. Йәғни хәҙерге Рәсәй Яҙыусылар союзы Өфөнән килде, – тине Николай Иванов. – Бөгөн дә күп милләтле Башҡортостандың баш ҡалаһында беҙ, Рәсәй яҙыусылары, үҙебеҙҙең үткәндәребеҙ һалған принципты раҫлайбыҙ: “Беҙ йәнәш һәм беҙ бергә!”

Николай Иванов шулай уҡ төбәктә әҙәби процесты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы проблемаларын күтәргәне, уҡыусыларҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүсе китаптарҙы алға әйҙәгәне өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов республика етәкселегенә әҙәбиәткә ҙур иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Өфө һәм Башҡортостан Рәсәйҙең ысын әҙәби үҙәгенә әйләнде, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ, – тип һығымта сығарҙы Айгиз Баймөхәмәтов.

Фотолар: “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Радий Хәбиров – “Рәсәйҙең әҙәбиәт губернаторы”
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас