Баймаҡ егете Гран-при яуланы!

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы егете Алмас Сирусин Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды.

Баймаҡ егете Гран-при яуланы!Баймаҡ егете Гран-при яуланы!
Баймаҡ егете Гран-при яуланы!

Талантлы йәш йырсы Алмас Сирусин Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды! Ул Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы егете. 

"Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булдым. Минең өсөн янып көйөүсе атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, остаздарыма һәм яратҡан тамашасыларыма оло рәхмәтемде еткерәм! Алла бирһә, артабан да сәнғәткә хеҙмәт итеп, ҙур аҙымдар яһарға яҙһын!
Ошондай матур конкурсты ойоштороп, беҙгә-йәштәргә ҙур мөмкинселектәр биргәндәре өсөн Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығына һәм Татарстан Республикаһының Рәшит Ваһапов исемендәге Ижтимағи татар мәҙәниәте фондына ҙур рәхмәт! Артабан да ҙур уңыштар теләйем, фестиваль сәскә атһын!"- тип яҙған ул.

Алмасты беҙ ҙә оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Баймаҡ егете Гран-при яуланы!
Баймаҡ егете Гран-при яуланы!
Баймаҡ егете Гран-при яуланы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас