Бөтә яңылыҡтар

Китап байрамында «Изге подписка» акцияһының тәүге бүләктәре уйнатылды

Үҙе һәм яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто гәзит-журналдарына яҙылған биш ҡатнашыусы сымһыҙ ҡолаҡсындарҙы отто, берәүһе пауэр банкка эйә булды.

Кисә «Изге подписка» хәйриә акцияһына «Мисс Ғаләм» титулына эйә булған билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Федорова ҡушылды. Ул «Китап байрамы» китап йәрминкәһенә абруйлы ҡунаҡ сифатында саҡырылған. Актриса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн бер нисә гәзит һәм журналға яҙылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 майҙан 26-на тиклем хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, ветерандарға һәм теләгән һәр кемгә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң гәзит һәм журналдарына яҙылып, ошондай бүләк эшләргә мөмкин. Һеҙҙе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте стенды янында көтәләр.

Йәрминкәлә көн һайын киске сәғәт 6-ла баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Отош уйынында «Китап байрамы» уҙған көндәрҙә ярты йылдан кәм булмаған ваҡытҡа матбуғатҡа яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.

Фото: "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто видеоһынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: