Яҙыусылар союзының Башҡортостандың Милли музейы менән берлектә ойошторған был әҙәби осрашыуы ижад әһелдәренә ҡыҙыҡлы һәм мөһим бер тәжрибә булды. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Азербайжан, Фәләстан, Яҡутстан, Татарстан яҙыусылары үҙҙәренең шиғырҙарын үҙ телдәрендә уҡыны, хатта йырлап та күрһәтте. Ә инде был осраҡта башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары үҙҙәренең оҫта тәржемәсе булыуҙарын да күрһәтте.
Шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина билдәләүенсә, тәржемә ваҡытында тәржемәсенең йөрәге әҫәр авторының йөрәге менән бергә тибә башлай.
Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда Белоруссия яҙыусыларының анталогияһы баҫылып сыҡҡан да инде, унда бөгөнгө көндөң иң шәп яҙыусы-шағирҙарының әҫәрҙәре баҫылған. Ә инде белорус ижадташтарының әҫәрҙәрен Гөлфиә Юнысова, Гүзәл Ситдиҡова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Йомабикә Ильясова, Факил Мырҙаҡаев һәм башҡа яҙыусылар тәржемә иткән. Йәштәрҙән Айгөл Йәмилеваның, Заһиҙә Мусинаның тәржемәләре бик матур булды, ти өлкән ҡәләмдәштәре.
Ғөмүмән, әҙәбиәт сәғәте ваҡытында сит ил яҙыусылары үҙ әҫәрҙәрен уртаҡлашып, ижади бәйләнеш кенә булдырып ҡалманы, башҡорт яҙыусыларына оло ихтирам һәм һоҡланыуҙарын да белдерҙе. Сөнки беҙҙә уҙғарылған “Китап байрамы” кеүек сара башҡа сит илдәрҙә, төбәктәрҙә әлегә юҡ.
Был осраҡта халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә Рәсәй яҙыусылары пленумының тап беҙҙә үтеүе лә оло мәртәбә булды. Башҡа төбәктәргә өлгө булып торған Башҡортостан яҙыусыларына тәү сиратта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең ихтирамын һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Ә үҙ сиратында Башҡортостан Башлығына яҙыусылар исеменән, шағирә, Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина рәхмәт белдерҙе:
– Әлегә Башҡортостанда ғына һәм икенсе тапҡыр уҙғарылған Китап байрамы былтыр Радий Фәрит улының башланғысы менән башланып киткәйне. Ул инде йыл һайын буласаҡ тип ышанабыҙ. Беҙ, яҙыусылар, иң тәүҙә Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул Башҡортостан яҙыусыларҙың эшен бик юғары баһалай һәм ихтирам итә. Был осраҡта беҙ етәкселәребеҙҙән бик уңдыҡ, шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ла рәхмәтебеҙ ҙур. Әлеге ваҡытта беҙҙең кеүек йәмәғәт ойошмаларына шундай оло иғтибар бүлеүҙәре үҙе ҙур мәртәбә, ә беҙгә эшләргә лә эшләргә генә кәрәк.
Ысынлап та, һуңғы бер-ике йылда Башҡортостан яҙыусылары өсөн күп кенә проекттар, конкурстар үткәрелде. Уларҙың барыһы ла республиканың рухи үҫеше өсөн, халыҡ-ара майҙанда тотҡан урыныбыҙ өсөн ярайһы ҙур башланғыс булып торҙо. Мәҫәлән, “Салауат ерендә” тип аталған проект буйынса башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгәйне. Бөгөн инде ул әҫәрҙәр әҙәбиәт сәғәтендә ҡатнашыусы сит төбәк яҙыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Китап байрамы сиктәрендә уҙғарылған әҙәбиәт сәғәтенең маҡсаты – әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу. Бөгөн, беҙҙең башҡорт әҙәбиәте элекке традицияларға тоғро ҡала һәм уларҙы яңынан тергеҙә, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
Дуҫлыҡты нығытыу – иң мөһим күренеш. Әле бер-беребеҙҙең анталогияларын сығарыу, бер-беребеҙҙең әҫәрҙәрен тәржемә итеп әҙәби журналдарҙа баҫтырыу һәм китаптар әҙерләү тәңгәлендә һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ сит төбәктәрҙә беҙҙең ҙур саралар уҙмайыраҡ торғайны, үткән йылда беҙ Белоруссияның Минск ҡалаһында Башҡорт әҙәбиәте көндәре үткәрҙек, быйыл Ҡаҙағстанда Башҡорт әҙәбиәте көндәре көтөлә. Шуға күрә боҙ ҡуҙғалды тип әйтергә мөмкин.
Әйткәндәй, быйылғы байрамға 30 төбәктән килгәндәр ине, теләүселәр бик күп буды. Әлбиттә, был бәйләнештәрҙең булдырылыуына етәксебеҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың шәхси тәжрибәһе, шәхси ижади бәйләнештәре булышлыҡ итә. Үҙенең әҫәрҙәре сит илдәрҙә ныҡ танылыу тапҡан яҙыусы был бәйләнештәрҙе Яҙыусылар союзына, республикабыҙға дөйөм йүнәлтеп бик ҙур файҙа килтерҙе. Рәхмәт уға! – тип фекерен уртаҡлашты Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Әҙәбиәт сәғәтенең илаһи, матур сығыштары, күренештәре Башҡортостан яҙыусыларына тәржемә эшенә ныҡлап тотонорға һәм берҙәмлектә көс икәнен тағы ла күп тапҡыр иҫбатлап, сит ил ҡәләмдәштәре менән ижади дуҫлыҡта йәшәргә кәрәклеген күрһәтте.
Фотолар: “Китап байрамы”ның матбуғат хеҙмәтенән.