Инвестиция һабантуйында Башҡортостан менән Ҡытай ауыл хужалығы өлкәһендә килешеүҙәр төҙөнө

25 майҙа Сибайҙа барған Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйында Ҡытай компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында ике меморандумға ҡул ҡуйылды. 

Инвестиция һабантуйында Башҡортостан менән Ҡытай ауыл хужалығы өлкәһендә килешеүҙәр төҙөнөИнвестиция һабантуйында Башҡортостан менән Ҡытай ауыл хужалығы өлкәһендә килешеүҙәр төҙөнө
Инвестиция һабантуйында Башҡортостан менән Ҡытай ауыл хужалығы өлкәһендә килешеүҙәр төҙөнө

Документтарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Дайю Цзешуй» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Кан Хай, «Чжиинда» компанияһының идара рәйесе урынбаҫары Дин Кэ ҡул ҡуйҙы.

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы – халыҡ-ара кимәлдә эшлекле аралашыу урыны. Быйыл унда тиҫтәнән ашыу илдән делегациялар ҡатнаша, улар иҫәбендә – Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстан.

Форумды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Инвестһабантуй дәүләт власть органдары һәм бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙарҙы берләштерә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23993/

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас