Бөтә яңылыҡтар

Кем ул Агриппина Аркадьевна?

Ул ихлас, хатта эскерһеҙ яуаптары менән таң ҡалдырҙы. 

Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?

Китап байрамында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә осрашыуҙар булды. Шуларҙың береһе, алдан яҙғаныбыҙса, Рәсәйҙә билдәле яҙыусы Дарья Донцова менән ине.

Әҙибәнең ата-әсәһе ҡушҡан ысын исеме - Агриппина. Беренсе китабын баҫтырып сығарыр алдынан мөхәррир уға псевдоним алырға кәңәш итә. Шулай итеп, ул Дарья булып китә. 

Ижадын үҙ итеүселәр яҙыусыға бер-бер артлы һорауҙарын яуҙырҙы, ул иһә ихлас, ҡайһы саҡта үтә ихлас, эскерһеҙ яуаптары менән таң ҡалдырҙы. Һорау биргәндә билдәле ханымға "Агриппина Аркадьевна" тип өндәшеүселәр ҙә булды.

Ғәжәп, Дарья Донцова ижадын өлкәндәр генә түгел, йәштәр, хатта балалар ҙа ярата булып сыҡты. Уҡыусылары уға: "Һеҙҙең әҫәрегеҙ миңә ауыр саҡта ярҙам итте", "үҙемә ышанысымды арттырҙы", тине, рәхмәт белдерҙе.

Бер сәғәт барған осрашыу ваҡытында яҙыу оҫтаһы менән аралашыуҙан алған ихласлыҡ, йылылыҡ йыйылыусыларҙы оҙаҡ ебәрмәне, улар таралышырға ашыҡманы, яратҡан яҙыусыларынан автограф алырға эркелде.

Рәүилә Ғатауллина.

Юлай Кәримов фотолары.

 

 

 

Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Кем ул Агриппина Аркадьевна?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: