27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә үткәрелгән “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурс ойошторҙоҡ. Унда республикабыҙҙың 54 районынан берешәр китапханасы һынау тотто.
Конкурс йәнле барҙы, тауыш биреүселәр күп булды. Бер ыңғайҙан төркөмөбөҙҙә ошо китапханасылар тураһында яҙмалар ҡуя барҙыҡ. Шуға инандыҡ: был изге һөнәр эйәләре үтә киң эшмәкәрлек алып бара, һәр береһе үҙ ерендә рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлай, төрлө саралар, китаптар аша халыҡтың күңелен дауалай, кешеләргә кәңәшсе, дуҫ, ярҙамсы булып тора. Ғөмүмән, ауылдарҙың, ҡалаларҙың рухи терәк-таянысы, йөрәге ул китапхана.
Конкурс шарттарына ярашлы, тауыш биреү нигеҙендә ошо китапханасыларыбыҙ еңеү яуланы:
1-се урында – Бөрйән районының Әтек ауылы китапханасыһы Айгөл Баймөхәмәтова;
2-се урында – Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылы моделле китапханаһының төп китапханасыһы Зөлфиә Сабғийәнова;
3-сө урында – Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.
Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, улар хаҡында “Башҡортостан” гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, өсөһөнә лә милли баҫманың дипломы биреләсәк. Алдан әйтеүебеҙсә, шулай уҡ беренсе урын алған китапханасыға – Айгөл Баймөхәмәтоваға – Бөрйән районы ҡортсоһо Вадим Сәйфетдиновтан махсус бүләк тапшырыласаҡ – солоҡ балы Бөрйәндә ҡалды.
Барлыҡ конкурсанттарыбыҙға, уларҙы ҡеүәтләп тауыш биргән барса дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Хөрмәтле китапханасыларыбыҙ, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ауыр, яуаплы, изге эшегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, китап уҡыусыларҙың арта барыуын, хеҙмәтегеҙҙән кинәнес алып йәшәүегеҙҙе, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Конкурстың йомғаҡтары менән ошо һылтанмалар буйынса инеп таныша алаһығыҙ:
https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66437a3cf6331c827a535389
https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6643895cf6331c827a5358de
(Һылтанмалар икәү булһа ла, һөҙөмтәләр уртаҡ һанала).
Фотолар конкурс еңеүселәренең шәхси архивынан алынды.