Тиҙҙән райондарҙа һабантуйҙар башлана. Билдәле: бындай байрам йыр-моңһоҙ үтмәй. Ғәҙәттә, һабантуйҙарҙа билдәле артистар ҙа ихлас ҡатнаша, әммә уларҙың сығыштары өсөн ойоштороусыларға байтаҡ ҡына сумма түләргә кәрәк, сөнки сәхнәләге һәр сығыш – уларҙың “ашаған икмәге”.
Билдәле йырсылар араһынан ҡайһы берәүҙәренең һабантуйҙағы сығышының хаҡтары менән таныштырабыҙ.
Гүзәл Уразованың байрамдағы сығышы 450-500 мең һумдан башланып, бер миллион һумға ҡәҙәр арауыҡта баһалана.
Татарстандың билдәле йырсыһы Фирдүс Тямаевтың һабантуйға килеүе 400-500 мең һумға төшә икән.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һабантуйҙа, ғәҙәттә, 1,5 - 2 сәғәт самаһы сығыш яһай. Төркөмөндә музыканттар, бейеүселәр бар. Дөйөм команданың яҙғы байрамдағы концерты 300 мең һум тирәһенә төшәсәк.
Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар һабантуйҙа йырлаған өсөн 100 – 200 мең һум һорай.
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинованың сығышы ярайһы ҡиммәт кенә – 800 мең һумға етә.
Ә һеҙ үҙ төбәгегеҙҙәге һабантуйҙа ниндәй йырсының сығыш яһауын теләр инегеҙ?
Сығанаҡ: vk.com/public213516968
Фотоколлажда йырсыларҙың социаль селтәрҙәге төркөм һәм сәхифәләренән алынған фотолар ҡулланылды.