Фәрух Закиров - Башҡортостандың халыҡ артисы

Бүләкләү тантанаһы Сибай ҡалаһында үткән «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында булды.

Фәрух Закиров - Башҡортостандың халыҡ артисыФәрух Закиров - Башҡортостандың халыҡ артисы
Фәрух Закиров - Башҡортостандың халыҡ артисы

Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Сибайҙа үткән «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында булды.

«Мин был награданы халҡыма оло хөрмәт, Үзбәкстанға ихтирам билдәһе итеп ҡабул итәм. Һәр саҡ дуҫ һәм татыу йәшәйек», - тине Үзбәкстандың билдәле артисы Фәрух Закиров һәм Радий Хәбировҡа үзбәктәрҙең милли халатын, китап бүләк итте.

Ул шулай уҡ сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына үҙенең йыр-моңдарын бүләк итте, күптән инде бар халыҡтың хитына әүерелгән "Учкудук" йырын барыһы ла бергә йырланы.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас