Мәғлүм былыуынса, Мәскәүҙең Пресненский районының Мировой суд участкаһында билдәле йырсы, алып барыусы, актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алсу (Алһыу Сафина – Абрамова) менән уның ире, эшҡыуар Ян Абрамов араһында никахты өҙөү тураһында эш теркәлгән.
Алсу ғаризаны үҙе биргән, тимәк, был гражданлыҡ эшен тап ул башлап ебәргән тигәнде аңлата.
Билдәле ғаилә пары 2006 йылда никахҡа ингән, уларҙың өс балаһы бар.
Билдәле йырсы Башҡортостандан сыҡҡан, атаһының тыуған төйәге - Илеш районының Уяндыҡ ауылы.
Фото: Алсу