Бөтә яңылыҡтар

«Салауат йыйыны» ҡайҙа, ҡасан һәм нисек була?

Фольклор байрамы быйыл егерменсе тапҡыр уҙа.  

«Салауат йыйыны» ҡайҙа, ҡасан һәм нисек була?
«Салауат йыйыны» ҡайҙа, ҡасан һәм нисек була?

ХХ «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы быйыл 16 июндә Салауат районында уҙа. Ул башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йыйынға килеүселәрҙе бай йөкмәткеле программа көтә:

– «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы;

– «Беҙ – Салауат тоҡомо» республика конкурсы. Егеттәр араһында – «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы –Зөләйха» бәйгеһе уҙғарыла;

– «Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» тирмәләр конкурсы;

– Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенирҙы билдәләү буйынса «Оран» республика конкурсы;

– Салауат Юлаев призына милли спорт көрәше буйынса «Көрәш» асыҡ республика турниры;

– «Аҡбуҙат» республика ат сабышы;

– башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;

– балалар һабантуйы;

– Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм сәнғәт оҫталары концерты.

Йыйын иртәнге 9-ҙа асыла.

Конкурстар 15 июндә үк башлана.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: