«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды

Кемдәр ул еңеүселәр?

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды

Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә башҡарыусыларҙың «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсы быйыл «Яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү», «Халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнгән һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы» номинациялары буйынса уҙғарылды.

Конкурсҡа 559 эш килгән: дөйөм белем биреү ойошмаларының I – IV класс уҡыусыларының 181 конкурс эше, 10 ғаилә фольклор коллективы һәм Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәрҙең 126 конкурс эше (Силәбе, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы). Конкурста 252 уҡыусы үҙ эштәрен тәҡдим итте.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында еңеүселәр:

Айназ Юлдашбаев, Ейәнсура районының Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге (башҡорт телендә);

Камилла Әхмәтшина, Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәктәбе (туған телдә).

Мәктәп йәшендәге балалар араһында:

Гөлнәзирә Тайсина, IV класс уҡыусыһы, Өфө районы Шамонин ауылы мәктәбе (башҡорт телендә);

Амелия Моталлапова, I класс уҡыусыһы, Ейәнсура районының Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге (туған телендә).

Инсценировкалар араһында иң яҡшылар:

Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы, Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының “Умка” балалар баҡсаһы;

Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Бөрө районы Осиновка ауылының Советтар Союзы Геройы Г.С. Овчинников исемендәге мәктәп, Торсонбаевтар һәм Нәбиуллиндар ғаиләләре.

Һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы еңеүселәре:

Ләйлә Ғайсина, Яңауыл районы Яңауыл ҡалаһының “Василёк” 6-сы балалар баҡсаһы;

Милена Мерзлякова, Нефтекама ҡалаһының 30-сы балалар баҡсаһы;

Алтынай Хәлилова, Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы;

Алан Насыров, Өфө районы Михайловка ауылының “Олимп” мәғариф үҙәге.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Тамыр” телеканалы, “Аҡбуҙат”, “Аманат” балалар журналдары, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы татарҙаның милли-мәҙәни автономияһы” йәмғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының сыуаш халҡы телен һәм традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Канаш" ойошмаһы, “Башҡортостан Республикаһының “Эрвел Марий” мари милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостан Республикаһын "Севан" әрмәндәр милли-мәҙәни үҙәге етәкселәре һәм вәкилдәре еңеүселәрҙе ҡотланы.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас