"Беҙҙе юғалтмағыҙ, беҙ Мәскәүҙә!"

Гүзәл Уразова тағы ла Мәскәүгә дауаханаға барған.

"Беҙҙе юғалтмағыҙ, беҙ Мәскәүҙә!""Беҙҙе юғалтмағыҙ, беҙ Мәскәүҙә!"
"Беҙҙе юғалтмағыҙ, беҙ Мәскәүҙә!"

Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Гүзәл Уразова йәнә Мәскәүгә килгән. Йырсы операциянан һуң тикшеренеүҙәр үтә. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә.

"Беҙҙе юғалтмағыҙ, беҙ Мәскәүҙә. Табиптар ай һайын килеп тикшерелеп торорға ҡушты. Оҙаҡ тормаҫбыҙ. Алда концерттарыбыҙ көтә", - тип яҙған ул.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Гүзәл Уразова апрель аҙағында операция яһатҡан ине. Тик йырсы бөгөнгө көнгә тиклем ниндәй операция эшләтеүен хәбәр итмәй.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас